16 сентябрҙә Өфөнөң “Арт-Квадрат” ҡала үҙәгендә VIII “Боевая высота” республика автор патриотик йыры фестивале үтә. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы яратҡан артистарҙың сығыштары, тематик зоналар һәм төрлө мауыҡтырғыс саралар көтә. Концерт программаһында Илдар Нагаев, Рәсүл Ҡарабулатов, Тимур Рамазанов, “Павильон” төркөмө ҡатнаша. Фестивалдең махсус ҡунағы - “Смысловые галлюцинации” төркөмө лидеры Сергей Бобунец. Сәхнәлә һуғыш һәм тыныслыҡ темаларына арналған хәрби-патриотик, Тыуған ил, әрме, дуҫлыҡ, батырлыҡ һәм намыҫ тураһында йырҙар яңғыраясаҡ. Сара 16.00 сәғәттә, концерт иһә 19.00 сәғәттә башлана. Проект йәш быуында илһөйәрлек рухы, хәрби бурысына тоғролоҡ тәрбиәләүгә һәм Ватан геройҙары тураһында халыҡ хәтерен һаҡлауға йүнәлтелгән. Проектты ойоштороусы - Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Х. Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһы, Башҡортостан Республикаһының “Ветеран” төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Өфө ҡалаһы Ҡала округы хакимиәте. Фотолар асыҡ сығанаҡтарҙан.