Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Алға, “Салауат Юлаев”!

Бөгөн хоккей командабыҙ 16-сы Континенталь хоккей лигаһында старт ала һәм Астананың “Барыҫ”ы менән осраша. Лига, ғөмүмән, “Салауат Юлаев”тың бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында үҙенең рәсми сәхифәһендә БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров яҙып сыҡты. “Беҙ хоккейға һыуһағайныҡ, был Өфөлә үткән миҙгел алды турнирына йыйылған көйәрмәндәр һанынан да һиҙелә ине. Әйткәндәй, беҙҙең клуб был турнирҙа еңеп сыҡты! “Салауат Юлаев” һәр команда уйындары менән көслө булды һәм яңы миҙгелгә беҙ йәнә ҙур өмөттәр менән аяҡ баҫабыҙ. Виктор Козлов – баш тренер, көслө тренер. Әлбиттә, составта “йондоҙҙар” һаны аҙ, әммә бөгөн беҙ сығымдарҙы тәү сиратта республика үҫешенә йүнәлтергә тейеш. Шулай ҙа, Радий Фәрит улы йыш билдәләүенсә, Башҡортостанда хоккей клубыбыҙ йәшәйәсәк һәм артабан да үҫешәсәк. Бөгөн беҙҙең маҡсат – команданы лидерҙар рәтендә һаҡлап ҡалыу. Аҡсаға ҡарап, ныҡлы состав туплау. Бөгөн хоккей мәктәбенә, йәштәргә, үҫеп килгән быуынға өмөттәребеҙ ҙур! Беҙҙең егеттәр һәр саҡ “алышҡа” әҙер! “Салауат Юлаев” – республиканың ғорурлығы, билдәһе һәм егеттәр быны һәр уйында иҫбатлап барырға тейеш! Алға, егеттәр!” – тип яҙҙы Андрей Назаров. Әйткәндәй, Өфөлә тәүге матчтар 11 сентябрҙә башлана. Был көндө Магнитогорск командаһы менән уйын көтә, ә 14 сентябрҙә “Аҡ Барс” менән “йәшел” дерби үтәсәк.