Билдәле гимнаст, яҡташыбыҙ Ләйсән Үтәшева социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә уҡыу йылы башланыуға бәйле пост ҡалдырған һәм йылы хәтирәләре менән уртаҡлашҡан. “Минең тәүге 1 сентябрь көнө ошолай булды: 1992 йыл, Волгоград, инглиз телен тәрәндән өйрәтеүсе 50-се гимназия. Үҙем менән хәтәр ғорурланғанымды хәтерләйем, сөнки был мәктәп ҡалала иң яҡшыларҙың береһе тип һанала һәм унда йә һәләтле, йә аҡсалы ата-әсәләрҙең балалары уҡый ине. Беҙҙең ғаилә әллә ни етешлек менән айырылмай, үҙемде иһә бик һәләтлегә лә һанамай инем, мәгәр уҡытыусыларға минең инглиз телендә һөйләшеүем бик оҡшаны һәм шуға мәктәпкә ҡабул иттеләр. Әйткәндәй, тел менән мин тормош юлында бер ваҡытта ла шөғөлләнмәнем... Класта берҙән-бер башҡорт булыуымды иҫләйем һәм шунда уҡ исеме минекеләй ғәҙәти булмаған ҡыҙ менән дуҫлашып алдым: Гаянэ исемле ҡыҙ әрмән милләтенән ине. Беҙҙе бер кем дә ҡыйырһытманы. Йорт ихатаһында исемем өсөн ҡайһы саҡта эләгә ҡалһа, мәктәптә бөтәһе лә итәғәтле булды. Хәйер, миңә яҡынлап та булмағанд