Найти тему
Башҡортостан гәзите

32 миллион һумға таҙа һыу

Иглин районында һыу системаһында 31,9 миллион һумлыҡ төҙөлөш-монтаж эштәре башланасаҡ. Был эштәр “Таҙа һыу” федераль проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Рәсәй Хөкүмәте йәмғеһе ошондай уҡ ярҙамды илдең 11 төбәгенә йүнәлтергә уйлай. Әйткәндәй, әле ярҙам саралары “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” («Жильё и городская среда») милли проекты сиктәрендә ҡаралған. Халыҡты өҙлөкһөҙ рәүештә таҙа һыу менән тәьмин итеү маҡсатында уйланылған проект ярҙамында Келәш һыу алыу скважиналары өсөн өҫтәлмә ҡоҙоҡтар ҡаҙыласаҡ һәм Иглин ауылының көньяҡ өлөшөндә йәшәүселәрҙе сифатлы һыу менән тәьмин итеү өсөн яңы һыу линияһы төҙөләсәк. Шулай итеп, алты меңдән ашыу кеше таҙа һыу эсәсәк. Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә, 2024 йылға илдә халыҡтың 88,8 процентын таҙа һәм өҙлөкһөҙ һыу менән тәьмин итеү бурысы ҡуйылған. Ҡала ерендә был күрһәткес хатта 95 процент тәшкил итергә тейеш.