Кәбеҫтәнән бәлеш эшләү өсөн беҙгә кәрәк:Ярты баш кәбеҫтәБер баш һуған60 г аҡ май3 йомортҡа6-7 (тулы) аш ҡалағы он5 аш ҡалағы ҡаймаҡ3 аш ҡалағы майонезТәменсә тоҙ, борос,Бер ҡап ҡабартҡыс (разрыхлитель)Үҫемлек майыӘҙерләү :Кәбеҫтәне нәҙек кенә итеп турайбыҙ ҙа ҡул менән иҙәбеҙ. Ваҡ итеп ҡырҡылған һуған, тоҙ һәм борос өҫтәп, яҡшылап болғатабыҙ.Йомортҡа, ҡаймаҡ, майонез, он, ҡабартҡыс (разрыхлитель) ҡушып ҡамыр эшләйбеҙ.Ҡамыр ҡаймаҡ ҡуйылығында булырға тейеш.Табаны майлайбыҙ (ситтәрен дә майлау мотлаҡ).Ҡамырҙың 1/3 өлөшөн ҡоябыҙ ҙа эслекте һалабыҙ.Аҡ майҙы ҙур булмаған киҫәктәргә бүлеп, кәбеҫтә өҫтөнә ҡуйып сығабыҙ.Ҡалған ҡамырҙы ҡоябыҙ ҙа 200 градус эҫелектәге мейескә 40-50 минутҡа ҡуябыҙ.Ялдарығыҙ матур үтһен, сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! Фото һәм текст сығанағы: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән