Найти тему

Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине...

Ҡайтҡан саҡта тағы ла баяғы поста туҡтаттылар. Тағы ла паспорттарҙы тотоп, йөҙөбөҙгә ентекләп ҡарап сыҡтылар. Бер нимә алып сыҡманығыҙмы, тип һоранылар. Фото төшөргәнде белгәс, Эдуард фотоаппаратындағы бар кадрҙарҙы күрһәтеп сығырға мәжбүр булды. Алай-былай хилафлыҡ тапманылар,сөнки беҙҙең фотохәбәрсе үҙ эшен яҡшы белә, алда өйрәтеүҙәренсә, дошман, кадрға ҡарап, был фотоның ҡайҙа төшөрөлгәнен аңлай, һалдаттарҙың ҡайҙа урынлашҡанын күрә-белә ала, шуға күрә һүрәткә бер ниндәй ҙә объект та, хатта бағана-фәлән дә эләгергә тейеш түгел. Шуға һалдаттарҙы ағастар фонында төшөрөргә тырышабыҙ. Баяғы йөҙөндә йылмайыу сатҡыһы булған берҙән-бер зат, сәсе ағара төшкән абзый беҙгә “Мариупольский конвой” исемле китапсыҡ таратып сыҡты, дөрөҫөрәге, ҡап-ҡап һуҙҙы ла: “Яҙыусыларға”, – тип бер генә һүҙ әйтте. Һуңынан мин китапсыҡты уҡып та, интернет аша Булат Арсал исемле әҙип менән ентекләп танышып та сыҡтым. -– Иртән нимә яна ине, “прилет”мы? – тип һораныҡ. – Яғыулыҡ ташыусы машинаға ырғытҡандар, – йөҙөндә яра йөйө булған берәүһе һаран ғына яуап бирҙе. “Нимә ырғытҡандар, нисек ташлағандар?” – башҡаса һорау биреү артыҡ ине. Ҡәҙимге күренеш, бер ниндәй шау-шыу ҙа, ғәҙәттән тыш хәл дә юҡ... Әйтерһең, бер күтәрем бесән янған. Беҙ ҡайтып еткәндә көн буйы беҙҙең менән йөрөгән ҡояш та арығайны, офоҡ ситенә ятып, бәүелә-бәүелә серемгә китте. Сәй ҡайнатып эсеп алғас, ҡапыл ғына тәьҫораттарҙан арына алмай бер булдым әле. Осраған һәр һалдаттың йөҙөн иҫтә ҡалдырырға, һөйләгән тарихтарын яңынан кисерергә тырышып яттым. Атай һөйөүенә мохтаж булып үҫкән, телефонынан һылыу йөҙлө ҡыҙының фотоһын асып күрһәткән егеттең сабыйҙарса керһеҙ ҡарашы күҙ алдымдан китмәне. Тиҙ генә күҙгә йоҡо ҡунмағас, Арсалдың китапсығын ҡулға алдым да бүлмәнән сыҡтым. Егеттәр йоҡлаһын. Вахта янында торған тумбочка һәм ултырғыс янында ут бар, шунда урынлаштым да китапты астым. Ҡот осҡос тарихтар. Һуңынан интернеттан танышҡас, яҙыусы биргән бер интервьюһында, “Мариупольский конвой” китабындағы ваҡиғаларҙың барыһы ла ысынбарлыҡтан алып яҙылды, тигәс, хайран ҡалдым. Булат Арсал (ысын исеме – Сәләхов Артур Әсхәт улы, тамырҙары менән Татарстандан) 2014 йылда ирекле рәүештә Донбассты укрофашистик хунтанан һаҡлау өсөн барған. Бөгөн дә унда, йәғни әҫәрҙәрендәге тарихтарҙы ул үҙ күҙҙәре менән күргән, кисергән. Украинаның хәҙерге заман нацистары, вәхшилектәре буйынса, бандеровсы олатайҙарынан (иртәгәһе көн яҙмаһында улар хаҡында ла әйтеп китәсәкмен әле) һис тә ҡалышмаған икән. “Ждун”дар аңлаһын өсөн бер нисә өҙөк тәҡдим итмәй булдыра алмайым. Кемдәр менән һуғышабыҙ, ниндәй нацистар, тигәндәргә яуап булыр. Кешелек аңы, зирәклеге, йыһан киңлектәренә сығып, нисә миллион яҡтылыҡ йылдар йыраҡлығында ятҡан ғаләмдәрҙе, йондоҙлоҡтарҙы күҙләгәндә, кешеләрҙең яуыз аңы ҡылған вәхшилектәрҙе, яуызлыҡтарҙы быуаттар дауамында ла, нисә миллион яҡтылыҡ йылдар арауығында ла аңлап та булмаҫ, ҡабул итергә лә баш етмәҫ. Хоҙайҙан да ҡурҡмаған ниндәй әшәке заттар була. “Беҙ айҙан ашыу инде көн дә таңғы дүрттә тороп, ун кешенән торған төркөм, Донецкиҙан Еленовкаға сығабыҙ. Унан алтмышлап хәрби әсирҙе алып, өс автобус менән Мариуполгә киләбеҙ. Унда блокпоста беҙгә прокурорҙар, патологоанатомдар, “труповозка”лар ҡушыла. Завод биләмәләрендә, емерелгән йорттар алдында, йырын, ташландыҡ ерҙәрҙә күмелгән кешеләрҙең кәүҙәләрен әсирҙәрҙән ҡаҙып алдырып, судмедэксперттарға күрһәтә инек. Улар мәйеттәрҙең торошон теркәй һәм шаһиттар ярҙамында үлем сәбәптәрен асыҡлай, үле туҡыманы алып, дактилоскопия үткәрә. Көн һайын утыҙға яҡын мәйет сығарабыҙ...” “2014 йылдың көҙөнән “Правый сектор” һәм “Азов” шевронлы хәрбиҙәрҙең өйҙәрҙе баҫып алыуы, талауы, тентеү үткәреүе, Рәсәй яҡлыларҙы үлтереүе ғәҙәти хәлгә әйләнә. Бер ҡарсыҡтың өйөнән “бандеровсы”ның таҫма менән бәйләнгән иконаларҙы алып сыҡҡанын күршеләре күрә. Автоматын аҫып алған икенсе ҡулына ҡарсыҡ йәбешкән: – Улым, ҡәҙерлем, Аллаһ хаҡына иконаларҙы өйҙә ҡалдыр. Мин бит һинең өсөн дә уға ҡарап табынырмын. Һаҡалтай автоматын тартып алды ла: – Күҙемдән юғал, маскалдарҙың иҫке-моҫҡоһо, – тип ҡарсыҡты этеп ебәрҙе лә эсенә типте. Уныһы тубыҡланды: – Аллаһ хаҡына! Йәлләмәне беләгенә “Слава Украiнi” тип яҙылған иблис, затворын тартты ла ҡарсыҡтың йөҙөнә атып ебәрҙе. Мәғәнәһеҙ рәүештә аҡырып көлдө лә иконаларҙы “Урал” кузовына ырғытты... Әбей өйө алдына ерләнгәйне”. “Ильич” заводынан йыраҡ түгел тимер юл өйөмөндә сираттағы ҡәберлекте күрһәттеләр. Унда 13 йәшлек игеҙәк малайҙар күмелгән. Уларҙың кейгән кейемдәренең үлсәмдәре бандеровсыларға яраған өсөн генә, уларҙы сисендереп, атып киткәндәр. Яңғыҙ ҡалған әсәнең ҡарғышы төшмәҫ, тимә...” “Үҙенең тыуған ҡалаһына фашизмдан ҡотҡарыусы булып ҡайтҡан атай кешене нисек тынысландырырға? Ғаиләһе урынында – емерек өй һәм ҡатыны менән ике сабый ҡыҙҙарының дөйөм ҡәберлеге. Уларҙы, ополченец ғаиләһе, тип күршеләре “һатҡан” да, шунда уҡ атҡандар...” “Сал сәсле ҡарт атайҙы украин десантнигынан рус телендә тәмәке һорағаны, һуңынан нацист лозунгыһы ҡысҡырырға баш тартҡаны өсөн урам уртаһында атып киткәндәр. Ҡыҙы ҡайғынан башын да күтәрә алмай...” “Ун алты йәшлек Даун синдромлы малайҙы Гитлерҙың “расовая гигиена” программаһын практикала ҡулланыусы нацист әҙәм аҡтығы пистолет менән маңлайына атып үлтерә. Уның ата-әсәһен ниндәй һүҙҙәр менән тынысландырырға...” “Урамдан үтеп барыусы малайҙарға, коляска этеп барыусы әсәләргә мәҙәк өсөн, кухняла ултырып ҡына, атып ултырған украин телендә һөйләшеүсе снайпер төшөндә нимәләр күрә икән...” “Әсәһе менән өләсәһе, башҡалар кеүек үк, һыуға сиратта тора. Зәңгәр-һары һәм ҡыҙыл-ҡара флагтар тағылған бронетранспортерҙа хәрбиҙәр килеп туҡтай ҙа, халыҡты эткеләп, сиратһыҙ-ниһеҙ бактарына һыу тултырырға тотона. Ҡарттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар бар, әҙәпһеҙ ҡыланаһығыҙ, тип кешеләр иҫкәрмә яһағаны өсөн... уларҙың барыһын да пулемет менән ҡырып һалалар ҙа, футбол майҙансығы аръяғындағы ташландыҡ ергә алып барып, урындағы бульдозерсы ярҙамында күмеп ҡуялар. Уныһы ҡаршылашһа, атабыҙ, тип ҡурҡыталар. Валерка исемле малай тәҙрә аша барыһын да күрә. “Араларында тереләр ҙә бар ине”, – тип иртәгәһенә бульдозер хужаһы аҫылынып үлә...” “16 мартта “азовсы”ларҙың, эвакуацияға алып китәбеҙ, тип алдаҡ һылтау менән ҡаланың драма театрында йыйып, йөҙҙән ашыу ҡала кешеһен бикләп шартлатыуын һәм кешеләрҙең үлемендә ҡабаланып Рәсәй авиацияһын ғәйепләүен халыҡҡа нисек аңлатырға?”... Яуызлыҡтары менән аңды томаларҙай бындай миҫалдар күп. Күрәһең, был донъяла фәрештәһен дә, Аллаһын да шайтанға-иблискә алыштырған заттар була. Яуыз йәндәр ҡасан да булһа үҙ язаһын алырға тейеш. Язаһыҙ ҡалдырһаң, енәйәттәр тағы ла арта, иблис йәнә лә шаша. Яуҙа булған егеттәребеҙ быны яҡшы аңлай, минеңсә. Юҡҡа ғына тотондом был китапҡа. Йоҡо бөтөнләй ҡасты.