Башҡортостан Республикаһы Благовещен ҡалаһының үҙәк дауаханаһы эндоскоптарҙы — кешенең ҡыуыш эске ағзаларын, шулай уҡ ҡорһаҡ һәм тәндең башҡа ҡыуышлыҡтарын тикшереү һәм дауалау өсөн ҡулланылған аппараттарҙы һаҡлау һәм эшкәртеү өсөн приборҙар алды, тип хәбәр иттеләр төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Ҡорамалдар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (нацпроекту “Здравоохранение”) ярҙамында һатып алына. "Оҙаҡ ваҡыт файҙаланыу өсөн эндоскоп дөрөҫ ҡулланыуҙы һәм һаҡлауҙы талап итә. Төрлө типтағы эндоскопик ҡорамалдарҙы эшкәртеүҙең заманса алымдарын ҡулланыу ФГС аппараты деталдәрен профессиональ ҡарау мөмкинлеген бирә, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙең дезинфекциялы эретмәләр менән бәйләнеш ваҡытын кәметә, был дауахана персоналының һаулығы өсөн ыңғай күренеш булып тора», — тип һөйләне учреждениеның баш табибы Жанна Карунас. Учреждениеға автоматлаштырылған киптереү һәм приборҙарҙы һаҡлау ҡоролмаһы, шулай уҡ һығылмалы эндоскоптар өсөн йыуыу-дезинфекциялау репроцессоры килә. Ҡорамалдың стериллегенә пациентт