Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бәхил бул, Морат...

Баймаҡ районы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан батыр улдарының береһен һуңғы юлға оҙатты. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған. "Беҙ ауыр, һынылышлы ваҡытта йәшәйбеҙ. Һуғыш һәр кеше өсөн, бигерәк тә ир-егеттәр өсөн, ҡаты һынау. Ошондай ауыр дәүләтебеҙҙең именлегенә хәүеф янаған осорҙа, Йәнтурин Морат Миңнеғәли улына Тыуған илдең саҡырыуы буйынса, ҡулына ҡорал алырға тура килә. Ул Украинала барған махсус хәрби операцияға мобилизация буйынса алына, намыҫлы хеҙмәт итә һәм биргән антына аҙаҡҡы һулышына тиклем тоғро ҡала.Туғандары, дуҫтары хәтерендә Морат Миңнеғәли улы ышаныслы иптәш, терәк-таяныс булып иҫтә ҡалһа, беҙҙең хәтерҙә ул Ватан алдындағы хеҙмәт бурысын үтәп, Рәсәй армияһын үҙенең батырлығы, ныҡлы хәрби рухы менән данлаған яугир булып ҡаласаҡ. Уның ҡаһарманлығы мәңге йәшәр, уның тормошо беҙҙең өсөн рух көсө, батырлыҡ өлгөһө булыр.Хөрмәтле мәрхүмдең туғандары һәм яҡындары, һеҙҙең тәрән ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ, сыҙамлыҡ теләйбеҙ", -тигән Фәнис Ғәбдрәшит улы. Беҙ ҙә яугирҙең яҡындарының һәм ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Мәңгелек йоҡоң тыныс булһын, батыр яугир... Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән