Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өс игеҙәк мәктәпкә барҙы

Бөгөн Белорет ҡалаһының 17-се гимназияһына өс игеҙәк малай беренсе класҡа килде. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған. "Һәр бер малайҙың үҙ холҡо, шөғөлө. Володя уҡырға бик ярата, уға төрлө мәсьәләләрҙе, кроссвордтарҙы сисеү оҡшай. Стёпа тәжрибә үткәреү менән ҡыҙыҡһына, хатта ата-әсәһенән химияны өйрәнеү өсөн бер юлы 8-се класҡа яҙыуҙарын һорай. Ә Федя - минералдар фанаты, әсәһе әйтеүенсә, уларҙың йорто таш менән тулған. Малайҙарҙың өлкән апайы бар, ул гимназияның һигеҙенсе класында уҡый. Беренсе класс уҡыусыларын ошондай әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотлайым һәм балаларға уҡыуҙарында уңыштар теләйем!"- тип яҙған район башлығы. Фото: Андрей Иванютаның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.