Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан өсөн мөһим тармаҡ!

– Нефть һәм газ сәнәғәте тармағы Башҡортостан өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки республиканың үҫеш тарихы туранан-тура ошо өлкәгә, “Башнефть” компанияһына бәйле. Предприятие асылғандан алып бөгөнгө ил кимәлендәге локомотивҡа әйләнгән юлды бергәләп үткән, ауырлыҡтарҙы үҙ иңдәрендә күтәргән ветерандарға айырыуса рәхмәт әйтке килә, – тип билдәләп үтте Радий Фәрит улы. Республика етәксеһе шулай уҡ компанияның өҙлөкһөҙ дауам иткән социаль сәйәсәтен дә һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. – “Башнефть” етәкселегенә, коллективҡа ҙур рәхмәт! Һеҙҙең ярҙам менән Евразия фәнни-белем биреү үҙәге донъя кимәлендә үҫешә, Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары ошо предприятиела эш таба, етәкселек вазифаларын биләй. Бынан тыш, бөгөн нәҡ һеҙҙең булышлыҡ менән ике мәктәп һәм ике балалар баҡсаһы асылды. Баҡсаның береһендә үҙенсәлекле балалар өсөн кабинет эшләп килә. Ишембайҙа үҙәк майҙан яңыра, бынан тыш та республикала бихисап объекттар төҙөлә, – тип тә өҫтәп китте Радий Хәбиров. Андрей Лазеев үҙ сиратында республика менән хеҙмәттәшлекте иғтибарға алып, рәхмәт белдереп: – Бөгөн “Роснефть” структураһына ҡараған “Башнефть” компанияһы бына инде бер быуатҡа яҡын Башҡортостан ерендә нефть сығара. Ә 85 йыл элек Өфө нефть эшкәртеү заводында тәүге яғыулыҡ партияһы сығарылды, шул ваҡыттан алып республиканың нефть һәм химия сәнәғәте үҫеше билдәләнде. Беҙҙең коллективта 35 меңдән ашыу кеше эшләй һәм беҙ бөгөн барыбыҙ ҙа шул ваҡытта һалынған традицияларҙы, хеҙмәттәшлекте лайыҡлы дауам итәбеҙ! – тине. Тармаҡ эшсәндәре был көндө ҡотлау һүҙҙәрен генә ишетеп ҡалманы, ә ҙур концерт ҡарап та кинәнде. Фотолар Башҡортостан Башлығы рәсми сайтынан алынды.