Ул “Белем биреү” милли проекты сиктәрендә һәм “Заман мәктәбе” төбәк проекты ярҙамында төҙөлгән. Мәктәп заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Эстә - лингафон кабинеттары, техник фәндәр өсөн лаборатор ҡорамал, ҙур библиотека, иркен актовый зал, ике спорт залы. Тышҡы яҡта - футбол яланы, волейбол һәм баскетбол өсөн бер нисә майҙансыҡ, йүгереү өсөн һуҡмаҡ, башланғыс класс уҡыусылары өсөн айырым уйын зонаһы, теннис өҫтәлдәре. Мәктәп инфраструктураһының күп функциялы булыуы дәрестән тыш сараларҙы үҫтереүгә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, малайҙар өсөн слесарь һәм балта оҫтаханаһы, ә ҡыҙҙарға теген бүлмәһе, аҙыҡ бешереү кабинеттары эшләй. Шулай уҡ робот техникаһы буйынса инженер лабораторияһы ла буласаҡ. Медицина блогында табип, процедуралар, теш дауалау кабинеттары бар. Мөмкинлектәре сикле уҡыусылар өсөн шарттар ҙа булдырылған: һикәлтәләргә пандустар ҡуйылған, өҫкө ҡатҡа лифт күтәрә. Мәктәптең үҙ транспорты - автобус тахограф менән йыһазландырылған, ГЛОНАСС ситемаһына ла тоташа ала. Яңы полилингваль мәктәпкә 568 бала уҡырға килгән, шул иҫәптән - 146 беренсе класс уҡыусыһы. Белем көнөндә мәктәпте асыу тантанаһында Федерация Советының Фән, белем биреү һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов, матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Зәкәриә Ғибәҙуллин ҡатнашты. ”1 сентябргә илдә 150 яңы мәктәп асылды. Шуларҙың береһе Учалыла – бында 1225 урынлыҡ яңы күп профилле полилингваль белем усағы ишектәрен асты. Мәктәптәрҙең төҙөлөшө һәм ремонты һәр ваҡыт Федерация Советының Фән, белем биреү һәм мәҙәниәт буйынса комитеты иғтибарында. Дөйөм алғанда илдә 123646 урынлыҡ 150 яңы мәктәп тантаналы асылды, 1293 мәктәпкә капиталь ремонт үткәрелде. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров был мәсьәләлә эҙмә-эҙлекле эш алып бара. 70 мәктәптә 77 здание ремонтланған, 3375 урынға иҫәпләнгән дүрт яңы мәктәп асылған. 2023 йылда 3090 урынлыҡ биш мәктәп, шулай уҡ 660 урынлыҡ өс балалар баҡсаһын эксплуатацияға индереү планлаштырыла”, тип һөйләне мәктәп асыу тантанаһында Лилиә Ғүмәрова. Фото: Р. Кәлимуллин, Учалы районы хакимиәте сайты.
Учалыла яңы полилингваль күп профилле мәктәп үҙ ишектәрен асты
1 сентября 20231 сен 2023
1 мин