Атап әйткәндә, Стәрлетамаҡ химия-технология колледжында химия тармағы буйынса, Стәрлетамаҡ политехник колледжда – машиналар төҙөү, Учалы тау сәнәғәте колледжында – тау сәнәғәте, Бөрө медицина-фармацевтика колледжында – «Клиник һәм и профилактик медицина», М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжында, Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжында һәм Өфө күп профилле һөнәри колледжында педагогика тармағы буйынса әлеге үҙәктәр эшләй башланы. Был кластерҙарҙың үҙенсәлеге шунда – унда белем алыусы студенттар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә белем үҙләштерә һәм шул уҡ ваҡытта буласаҡ һөнәре буйынса заводта, белем усағында, медицина учреждениеһында тәжрибә туплай. Ошо нигеҙҙә тиҙ арала һөнәр айышына төшөнөп, эш башлай ала. Әйткәндәй, программа буйынса, студент киләсәктә эшен нәҡ тәжрибә туплаған урында башлау ҡаралған. Программаның тағы бер үҙенсәлеге бар: һәр тәжрибә туплау майҙанында студентҡа махсус остаз беркетелә – ул һөнәр оҫталығына өйрәтә лә инде. Был программа буйынса бы