Бөгөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында “Педагогик компетенциялар үҙәге” урта һөнәри белем биреү кластеры асылды. Ул “Мәғариф” милли проектының “Профессионалитет” федераль проекты сиктәрендә булдырылды. Белем биреү кластерын асыу тантанаһы Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының 10-сы корпусында барлыҡҡа килгән яңы театр студияһында үтте. Байрамда Аҡмулла университеты колледжы, Нефтекама педагогия колледжы һәм Д. Мурзин исемендәге Кушнаренко күп профилле профессиональ колледжы студенттары һәм уҡытыусылары, эш биреүсе ойошма вәкилдәре ҡатнашты. Тантанаға абруйлы ҡунаҡтар ҙа – Башҡортостан Республикаһы юғары уҡыу йорттары ректорҙары Советы рәйесе, Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова килде. “Беҙҙең университет республикала тәүгеләрҙән булып проект грантын яуланы. Бөгөн беҙ яңы майҙансыҡтарҙы ҡараныҡ һәм педагогикаға индерергә мөмкин