Найти тему
Башҡортостан гәзите

Уҡыусыларға яңыртылған меню тәҡдим ителәсәк

Бөгөн, 1 сентябрҙә, республика буйынса башланғыс класс, шул иҫәптән 220 мең беренсе класс уҡыусылары өсөн бушлай эҫе аш ойошторолдо. Йәй буйы республиканың муниципаль белем биреү ойошмалары тарафынан 508 мәктәптә ағымдағы ремонт, 36-һында аҙыҡ-түлек блогында һәм ашханаларҙа капиталь ремонт яһалған. 403 мәктәпкә 1435 берәмек технологик ҡорамал, шул иҫәптән ашхана өсөн йыһаз, һауыт-һаба алынған. Бынан тыш, “Белем биреүҙе үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә “Мәктәп системаһында белем биреүҙе замансалаштырыу” мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһына ярашлы, федераль һәм республика бюджетынан 53 мәктәптә капиталь ремонт үткәрелгән һәм технология ҡорамалдары, ашхана йыһаздары алынған. Яңы уҡыу йылынан Башҡортостандың “Социаль туҡланыу менән идара” дәүләт комитеты эшкәртмәһенә ярашлы уҡыусыларға яңыртылған меню тәҡдим ителәсәк. Яңы рецепттар санитар нормаларға һәм ҡағиҙәләргә, шулай уҡ диетологтар менән нутрициологтарҙың талаптарына яуап бирә. Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы матбуғат хеҙмәте.