Иҫәпләгестең пломбаһы ысҡындымы? Был турала ресурс менән тәьмин итеүсе компанияға мөмкин тиклем тиҙерәк хәбәр итегеҙ. Бының өсөн штраф һәм ҡулланыу нормативы буйынса ҡайтанан иҫәпләү ҡаралған. Нисек эш итергә? 1 — Ғариза яҙырға һәм унда пломбаның боҙоҡ булыуын ҡасан һәм нисек асыҡлауығыҙҙы яҙырға кәрәк. Сәбәбен белһәгеҙ, уны ла әйтеп үтегеҙ. Мәҫәлән, был хәлдең авария эҙемтәләрен бөтөргәндә килеп сығыуы ихтимал. 2 — Быға тиклем күрһәтмәләр буйынса теүәл түләгәнһегеҙме-юҡмы - хеҙмәткәрҙәр тикшерәсәк. Ваҡытында түләп барһағыҙ, иҫәпләгестең һәм һуңғы квитанцияның күрһәткестәре тура килә йәки бер иш була тиерлек, сөнки пломбаның боҙоҡлоғо приборҙың эшенә йоғонто яһамай. 3 — Яңынан пломба ҡуйыуға ғариза бирегеҙ. Яңы пломба ҡуйған өсөн түләргә кәрәк буласаҡ. Пломбаһыҙ иҫәпләгесте артабан файҙаланһағыҙ, нимә була? 1 — Ресурс менән тәьмин итеүселәр планлы рәүештә иҫәпләгесте тикшерергә килһәләр, пломбаны махсус рәүештә әҙерәк түләр өсөн ысҡындырғандар, тип хәл итеүҙәре мөмкин. 2 — Һеҙгә штраф