Вуз-ара студенттар кампусында Өфө дәүләт нефть техник университетының тирә-яҡ мөхит мониторингы һәм климат лабораторияһы эшләйәсәк Төбәктең климаты һәм экосистемаһы – углерод эҙҙәрен кәметеүгә, тупраҡ дымын тотоп ҡалыуға һәм газдарҙы йотоуға булышлыҡ итеп һөҙөмтәле эшләй алған ресурс. Был мәсьәләләрҙе хәл итеү менән Өфө дәүләт нефть техник университетының климат һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы лабораторияһы шөғөлләнә. Яҡын арала ул Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусында урынлашасаҡ. Бер йыл элек Рәсәй Президенты Владимир Путиндың парник газдары ҡалдығын кәметеү тураһындағы Указына ярашлы ойошторолған карбон полигоны лабораторияның төп тикшереү объекттарының береһе булып тора. Лариса Белан, тирә-яҡ мөхит мониторингы һәм климат лабораторияһы етәксеһе: - Полигонда ғилми тикшеренеүҙәр, халыҡ-ара семинарҙар һәм конференциялар үткәрелеүҙән тыш, экологик контролдең яңы алымдары, түбән углеродлы индустрия, ауыл һәм муниципаль хужалыҡ өсөн перспективалы технологиялар өлкәһендә юғар