Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Эштәр оҙаҡламай тамамлана

Башҡортостанда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Мокроусов – Ольховое юлын ремонтлау дауам итә. Подрядсы ойошма юл япмаһын яңыртыу, дөйөм оҙонлоғо 0,4 киломертлыҡ участкала юл ситен нығытыу буйынса эштәрҙе башҡарған. Тиҙҙән юлсылар горизонталь тамғалар төшөрә башлаясаҡ. – Был юл Мокроусов, Федоровка, Ольховое, Иҫке Ҡыйышҡы ауылдарында йәшәүселәр өсөн транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Бында йәмәғәт транспорты йөрөй, – тине Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Барлыҡ эштәрҙе 2023 йылдың сентябрендә тамамлау күҙаллана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Башҡортостанда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге 200 километрҙан ашыу автомобиль юлын, 802 погон метр оҙонлоҡтағы биш күперҙе ремонтлау күҙаллана. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү өсөн Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша. Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.