Ҡаланың Дим районындағы яңыртылған уҡыу йорто корпусы 2023 йылдың февралендә асылды. Бында янғын хәүефһеҙлеге һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һаҡлау буйынса белгестәр әҙерләнә. Төбәк етәксеһе студенттарҙы Белем көнө менән ҡотланы. – Һеҙҙе 1 сентябрь менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Тәү сиратта уҡыуҙы яңы башлаған беренсе курс студенттарына мөрәжәғәт итергә теләйем. Һеҙ яҡшы колледжды һайланығыҙ. Уҡыуҙы тамамлағас та, лайыҡлы эш табырһығыҙ, тип уйлайым, – тине Радий Хәбиров. Тантаналы линейканан һуң Башҡортостан Башлығы колледждың яңы уҡыу корпусын ҡараны. Уҡыу йорто директоры Игорь Нуйкин һөйләүенсә, былтыр колледждарҙы яңыртыу буйынса республика программаһы сиктәрендә бында капиталь ремонт үткәрелгән. Колледжды яңыртыу эштәрен дауам итергә кәрәк тине Башҡортостан Башлығы һәм уҡыу йортон артабан үҫтереү буйынса план тәҡдим итергә ҡушты. Фото: glavarb.ru