Кеше ауырлыҡта һынала. Илгә бәлә килгәндә, махсус хәрби операцияға юлланғандарҙың ғаиләләренә ярҙам ҡулы һуҙыуҙа ла сағыла халҡыбыҙҙың көсө, берҙәмлеге. Иглин районының Үктәй ауылы биләмәһендә ошондай замандаштарыбыҙҙың береһе – “Обзор” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Константин Савин менән осраштыҡ. Ағас һауыттар, ағас материалдар етештереү менән шөғөлләнгән был предприятиеның махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүе тураһында белдек. – Былтыр көҙ мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға юлланғандарҙың күбеһенең өйҙәрендә ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләп өлгөрә алмауын күҙ уңында тотоп, был проблемаға битараф ҡала алманыҡ. Эште оҙаҡҡа һуҙмай, ауыл советы буйынса яугирҙәрҙең ғаиләләренә бушлай утын килтереүҙе ойошторҙоҡ. Был ауыл советынан яҡынса 20-гә яҡын ғаиләгә ошондай ярҙам күрһәттек, бынан тыш, эргәләге ауыл биләмәләренең дә мөрәжәғәтен иғтибарһыҙ ҡалдырманыҡ. Беҙ – бер ил, шуға бер-беребеҙгә ярҙам итергә тейешбеҙ, – тип һөйләне предприятие етәксеһе. Районда был предприятие ун йыллап эшмәкәрлек алып бара. Тәүҙә ауырлыҡтар булһа ла, яйлап барыһы ла ыңғайлана. Хәҙер предприятие нығынған. Ауылды төҙөкләндереү эштәренән дә ситтә ҡалмайҙар. Техника менән юлдарҙы таҙартыуҙа булышлыҡ итәләр. Зыяраттарҙы йыйыштырғанда, өмәләр ваҡытында ла халыҡ уларҙың ярҙамын тоя. Ошондай көслө предприятиеның булыуы эш урындары йәһәтенән дә файҙаға. Тотороҡло, яҡшы эш хаҡы менән тәьмин итә ул үҙенең хеҙмәткәрҙәрен. Резеда Шәңгәрәева Иглин районы.