Иглин районына командировкаға юлланғанда Һарт-Лабау ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙең ғаиләһе менән дә күрешергә насип булды. “Урмансы” ҡушаматлы яҡташыбыҙҙың ҡатыны Миләүшә, ҡыҙҙары Айһылыу менән Таңһылыу, оло йәштәге әсәһе бер төптән сабыр ғына донъя көтә. Был йәһәттән уларҙы ауыл, район хакимиәте лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай. Һөйләшеүебеҙ ҡатыны менән башланып китте. 19 йыл бергә ғүмер кисергән тормош иптәше тураһында һөйләгәндә, Миләүшәнең йөҙө тағы ла нурланып китә: – Ирем – бик сабыр, ярҙамсыл кеше. Ул бер ҡасан да тауыш күтәреп өндәшмәҫ. Кемгәлер ярҙам кәрәкһә, үҙенең эшен онотоп, ярҙамлашырға әҙер. Ағас эшенә лә бик оҫта. Йортобоҙ уның ҡулдары менән һалынды. Хатта өҫтәл, ултырғыс кеүек йорт йыһазын да үҙе эшләй. Беҙҙең ныҡлы терәгебеҙ, таянысыбыҙ ул, – тип һөйләне ҡатын, ғорурланып. Уға ҡыҙҙары ла ҡушылды: – Атайыбыҙҙы бик яратабыҙ. Ул изге күңелле, ҡыйыу, ныҡ эшсән. Унан ярҙам һораһаң, бер ҡасан да кире ҡаҡмай. Беҙгә уңайлы, рәхәт булһын өсөн бөтәһен дә эшлә