Раушания Мөлөкова үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә бик тәмле сметанник әҙерләү өсөн рецепт тәҡдим итә.Ҡамыр өсөн кәрәк буласаҡ:200гр май йәки маргарин( бүлмә температураһында)4 аш ҡалағы шәкәрбер йомортҡа0.5 сәй ҡалағы тоҙ100 -120гр. йылы һыусүпрә 1 ҡап ( 11гр.)кәрәгенсә онЭслек өсөн:400грамм кибет ҡаймағыӨс йомортҡа4 аш ҡалағы шәкәрБер аш ҡалағы крахмал (һалмаһағыҙ ҙа була!)Грек сәтләүеге( булмаһа ла ярай!Эш барышы:Йылы һыуға сүпрәне 1 сәй ҡалағы шәкәр, 1 аш ҡалағы он һалып, болғап ситкә ҡуйып торабыҙ.Артабан йомшаҡ майға шәкәр, йомортҡа, тоҙ алдан ҡабартылған сүпрә һалып ҡулға йәбешмәҫлек кенә иттереп йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ һәм 30минут ситкә ҡуйып торабыҙ.Ул арала эслек әҙерләйбеҙ.Ҡаймаҡ, йомортҡа, шәкәр, крахмал һалып болғайбыҙ.Ҡабарған ҡамырҙы тигеҙ генә йәйеп ситтәрен күтәрә береберәк табаға һалабыҙ. Бысаҡ менән ситтәрен киҫеп сығып "башаҡ" формаһы иттереп биҙәп әҙер эслекте ҡоябыҙ. Өҫтөнә йыуып киптерелгән сәтләүекте ваҡлап өҫтөнә һибеп эҫе генә мейескә(180 º-200º) 40-45мин.