Әлшәй районының Иҫке Аҡҡолай ауылынан Миңзәлә менән Урал Зәйҙуллиндарҙың уңғанлығы ҡапҡаларынан уҡ күренеп тора. Хужабикәнең ҡулынан матурлыҡ ҡойола тиергә мөмкин – ҡоймаһының буйынан-буйына сәскәләре күпереп ултыра. Йыл һайын бер төрлө сәскәләргә байыта ихатаһын. Мәҫәлән, былтыр колеустар үрсеткән, быйыл төрлө төҫтәге 20 төп хризантема алған. Петунияларының да төрлөһөн йыл да февраль айында уҡ үҫтерә башлай. Бынан тыш, әллә күпме ят сәскәләре ихатаһына үҙенсәлекле йәм бирә. – Иртәнсәк көтөү ҡыуыу менән сәскәләрем янына сығам. Сәскә янында йөрөһәң, кәйеф күтәрелә, донъя мәшәҡәттәре онотола. Бала саҡтан уҡ сәскә яраттым. Туғайға сығып китәм дә, бер ҡосаҡ гөлләмә алып ҡайтып, һыулы һауытҡа ултыртып ҡуя инем. Ҡорой башлаһалар, тағы ла яңы гөлләмә алып ҡайтам, – тип һөйләне Иҫке Аҡҡолай уңғаны. Баҡсаһында ла йәшелсә, еләк-емештең төрлөһөн күрергә мөмкин. Ҡауын-ҡарбуздың да йыл һайын төрлө сорттарын сәсә. – Тәүҙә ваҡ һауыттарға орлоғон сәсәм, һуңынан теплицаға сығарам. Бер аҙҙан баҡсаға күсереп ултыртам. Орлоҡто Ғ1 тигәнен алырға тырышам, ябай орлоҡтар бик уңыш бирмәй. Ҡарбуз, ҡауын ҡомло урын ярата, шуға күрә ҡомло урында үҫтерәм. Баҡсасылыҡҡа ҡыҙыҡһыныу ҡарт өләсәйемдән киләлер, тим. Туғандарым был оҫталығымды уға оҡшата. Элек улар ҙа тау башындағы ҡомло урында ҡарбуз, ҡауын үҫтергән. Аҙаҡ атҡа тейәп, баҙарға алып барып, игенгә алмаштырғандар, – тип һөйләне Миңзәлә Миңлейәр ҡыҙы. Ҡарбуздың да төрлө сортын сәсә. Былтыр һарыһынан да матур уңыш алған. Баҡсаһында һәр төрлө йәшелсә, емеш-еләктең йыл да уңыуының да сере ябай – был эште ысын күңелдән башҡара. Сәсеү, үҫеп сыҡҡанын күҙәтеү, тәрбиәләү – барыһы ла күңел йыуанысы бирә уңған хужабикәгә. - Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА