Быйыл апрелдән Башҡортостан Республикаһында пилотһыҙ аппараттарҙы файҙаланыуҙың эксперименталь хоҡуҡи тәртибе ғәмәлгә индерелде. Пилотһыҙ авиация системаһын ҡулланыу өсөн өҫтөнлөклө иҡтисад тармаҡтары, айырым хоҡуҡи өлкәгә ҡушылырға әҙер компаниялар һәм “Ъ” дрондарын етештереү буйынса өлгәшелгән һөҙөмтәләр тураһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың “Коммерсантъ” гәзитенә биргән интервьюһынан. – Тәжрибә хоҡуҡи тәртибе (артабан ЭПР) программаһы төбәккә ниндәй өҫтөнлөктәр бирә? Проект ҡасан тормошҡа ашырылырға, инфраструктура ни тиклем әҙерләнергә тейеш? – Ошо тәртип хәл иткән төп бурыс – 30 килограмдан ашыу ауырлыҡтағы пилотһыҙ аппараттарҙы файҙаланыу буйынса административ кәртәләрҙе бөтөрөү. Был үҙ сиратында республикала етештереү һәм инновацион эшмәкәрлекте дәртләндерә, яңы, юғары етештереүсәнле эш урындары булдыра, логистика, яғыулыҡ-энергетика, урман һәм ауыл хужалығы тармаҡтарында операция сығымдарын кәметә. ЭПР программаһы хоҡуҡи тәжрибәнең һөҙөмтәлелеген күҙәтеү өсөн төп күрһәткестәрҙе билдәләй. Мониторинг вәкәләтле орган яғынан даими күҙәтеүҙәр системаһы булып тора: квартал һайын беҙ РФ Иҡтисади үҫеш министрлығына программаны тормошҡа ашырыу барышы, башҡарылған эштәр һаны һәм уларҙың классик хоҡуҡи көйләү тәртибе менән сағыштырғанда һөҙөмтәлелеге тураһында отчет ебәрәбеҙ. ЭПР-ҙың ғәмәлдә булыу ваҡыты – өс йыл, уның һөҙөмтәлелеген комплекслы баһалағандан һуң, ул тотош илгә таратыласаҡ. 2022 йылдан Өфөлә “Флай Дрон” һанлы платформаһын ҡулланабыҙ – ул тәжрибә районына идара итеү системаһын (СУОР) булдырыу өсөн нигеҙ булып тора. Ул пилотһыҙ дрондарҙың миссияларын бөтә ҡыҙыҡһынған структуралар һәм власть органдары менән йылдам яраштырырға мөмкинлек бирәсәк. Әле үк “МегаФон” ойошмаһы менән һауа киңлегенең максималь хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында һауа судноһы осоштарын мониторинглау өсөн бер нисә технологик ҡарар тураһында килешеүгә өлгәшелгән. Милли проектҡа ярашлы, шулай уҡ дронопорттарҙың автономиялы станцияларын урынлаштырыу мәсьәләһен дә тикшерәбеҙ. – Пилотһыҙ аппараттарҙы файҙаланыуҙың ниндәй йүнәлештәре ЭПР программаһында ҡаралған һәм улар Башҡортостан биләмәһендә тәү сиратта үҫеш аласаҡмы? Уларҙы ҡулланыу ниндәй өлкәләрҙә хәҙер иң кәрәклеһе? – Башҡортостан Республикаһында ЭПР дүрт өҫтөнлөклө йүнәлеш буйынса функциональ сервистарҙы үҙ эсенә ала: ауыл һәм урман хужалығы, оҙон объекттар мониторингы (үткәргес торбалар, электр линиялары һ.б.), йөк ташыу. Республика биләмәһендә ауыл хужалығы ерҙәренең дөйөм майҙаны ҙур – 2,9 миллион гектар самаһы – һәм беҙҙә 31 урман хужалығы эшләгәнлектән, ауыл һәм урман хужалығы режим өсөн иң кәрәкле тармаҡтар булып тора. ЭПР республикаға үҙенең локаль ғилми-етештереү базаһын үҫтереү һәм бер үк ваҡытта Башҡортостанға башҡа төбәктәрҙән яңы компаниялар йәлеп итеү мөмкинлеге бирә. – Бөгөн проектты тормошҡа ашырыуҙа күпме компания ҡатнаша? Яңы ҡатнашыусылар ҡушыламы һәм етештереүсе компанияларҙан Башҡортостанға релокация тураһында һорауҙар киләме? – Юғары технологиялы компанияларҙы йәлеп итеү йәһәтенән беҙ әүҙем позиция биләйбеҙ, һәм бөгөнгө көндә республикала алты тәжрибә хоҡуҡи тәртип субъекты бар. Тағы ла дүрт эксплуатант ҡушылыу процесында. Хәҙер уларҙы ЭПР-ға индереү тураһында ғаризалар РФ Транспорт министрлығының һәм РФ Иҡтисади үҫеш министрлығының кураторлыҡ органдарында ҡарала. – Пилотһыҙ авиация системаһын файҙаланыуға индереү буйынса нимәләр башҡарыла? Осоу аппараттарының статусын билдәләү, уларҙы лицензиялау һәм, иң мөһиме, айырым рөхсәтһеҙ ҡала һәм ауыл сиктәрендә осоуҙы тыйыу кәрәклеге тураһында мәсьәлә нисек хәл ителә? – Процесс ЭПР программаһын тормошҡа ашырыу буйынса бара: компаниялар персоналды тышҡы пилот һәм инструктор йүнәлештәре буйынса уҡытыу процедураһын тамамлай, ә һуңынан программа менән билдәләнгән вәкәләтле ойошма аша пилотһыҙ һауа судноларына инеү актын ала. Инструкторҙарҙы ғәмәли әҙерләү өсөн тәүге осоштарҙы Башҡортостандың Шишмә районы биләмәһендә үткәрәләр. Республика Башлығының быйыл 4 майҙа ҡул ҡуйған Указы менән билдәләнгән төбәктә осоштарҙы башҡарыуға ғәмәлдәге сикләү сараларын иҫәпкә алып, шуны ла билдәләргә кәрәк: эксплуатант компанияларҙың функциональ сервистарын башҡарыуҙы планлаштырғанда, Башҡортостан Республикаһының оператив штабы ҡарамағында осоштарҙы мотлаҡ яраштырыу процедураһын үтәләр. Хәҙер беҙ “Флай Дрон” һанлы сервисы ярҙамында килешеү процедураһын цифрлы форматҡа күсереү мөмкинлеген ҡарайбыҙ. – Конструкцияның минималь ауырлығы менән бурыстарҙы үтәүҙе тәьмин итә алған үҙ электроникаһына дефицит – илебеҙҙә БПЛА-ны үҫтереүҙең традицион нескә урыны. Был артта ҡалыуҙы еңеп сығыу өсөн Башҡортостанда баҫма һәм микроэлектроника технологиялары федераль үҙәген булдырыу буйынса проект тормошҡа ашырыла – уның тураһында ентекләберәк һөйләгеҙ әле? – Республиканың “Федераль баҫма һәм микроэлектроника технологиялары үҙәге” проектының тәүге этабы (ул яңы барлыҡҡа килгән баҙарҙарҙа микроэлектроника үҫешен тиҙләтергә тейеш) радиоэлектрон сәнәғәт өлкәһендә рв-1 радиоэлектрон технопаркы булдырыласаҡ. Проект буйынса инвестицияларҙың дөйөм күләме 1,2 миллиард һум тәшкил итә. Проектҡа ярашлы, Башҡортостан хөкүмәте һәм “Астраком” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте технопарк майҙандарында радиостанциялар етештереүҙе ойоштороу ниәтен нығытыусы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. – Бөгөн республикала БПЛА етештереүҙә ниндәй аныҡ һөҙөмтәләргә өлгәшелде? – Быйыл июндә Өфөлә үткән Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәре форумында “Геоскан-Өфө” төбәк етештереүсеһе һәм уның стратегик партнеры “Авиация технологиялары һәм комплекстары” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Ҡытай-Белоруссия берлектәге предприятиеһы Башҡортостан территорияһында комплектлаусы материалдар етештереүҙе һәм персоналды уҡытыуҙы параллель рәүештә локалләштереү менән А60-Х агродронын эре узеллы (бәләкәй узелға күсеү перспективаһы менән) йыйыуҙы башланы. Беҙ шулай уҡ пилотһыҙ аппараттарҙы ауыл хужалығы тармағында ҡулланырға ниәтләнәбеҙ – Башҡортостан дәүләт аграр университеты, Башҡортостан Республикаһының стратегик эшләнмәләр үҙәге һәм “Геоскан-Өфө” компанияһы менән берлектә агродрондар ярҙамында төп ауыл хужалығы культураларын үҫтереү буйынса методика төҙөлә. Бынан тыш, Күмертау авиация производство предприятиеһы биләмәһендә ауыр пилотһыҙ БАС-200 комплекстары етештерелә. Был пилотһыҙ аппарат ер өҫтө идара итеү станцияһынан, транспорт контейнерынан һәм БПЛА-нан тора, бөгөнгө көндә бындай комплекстар унлап дана етештерелгән. – Башҡортостанда Пилотһыҙ авиация системаһы тармағын үҫтереүҙең һөҙөмтәһенә ниндәй баһа бирәһегеҙ? – Башҡортостан пилотһыҙ авиация системаларын үҫтереү буйынса милли проектта әүҙем ҡатнаша. Беҙ республикала пилотһыҙ авиация системаһын етештереүҙе ойошторорға, төбәк ғилми-етештереү үҙәген төҙөргә, ер өҫтө һәм һанлы инфраструктураның тулы комплексын һәм эксплуатанттар һәм етештереүселәр ихтыяждарына тап килгән норматив-хоҡуҡи база булдырырға ниәтләнәбеҙ. Хәҙер үк беҙ төбәк иҡтисадының төп тармаҡтарында пилотһыҙ аппараттарҙы киң ҡулланыу өсөн яҡшы технологик нигеҙ күрәбеҙ. ЭПР-ға килгәндә, өс йылдан һуң, уның ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланғас, беҙ программала ҡаралған бөтә күрһәткестәр буйынса республикала ошо режимдың һөҙөмтәлелеген комплекслы баһалайбыҙ. – Бөгөнгө дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһендә төбәктә пилотһыҙ граждандар авиацияһы тармағын үҫтереү тейешле кимәлдәме? – Республикала пилотһыҙ осоу аппараттарының киң спектрын етештереүҙе ойоштороу өсөн Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәтте үҫтереү фонды линияһы буйынса ойошмаларға сеймал һәм БАС етештереү өсөн комплектлаусы әйберҙәр һатып алыуға гранттар биреү рәүешендә финанс ярҙамы механизмы әҙерләнде. 2023 йылда был маҡсатҡа 190 миллион һум аҡса бүленгән. Фондҡа ғаризаларҙы “Интеграль роботлаштырылған технологиялар” һәм “Геоскан-Өфө” компаниялары тапшырған. Апрелдә үткән конкурс йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусы ике компанияның да 50 миллион һәм 140 миллион һумлыҡ ғаризалары хупланды. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы линияһы буйынса юғары технологиялы ауыл хужалығы ҡорамалдарын һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау маҡсатында БПЛА һатып алыу субсидиялана. Дәүләт ярҙамына ярашлы тармаҡты үҫтереүгә льготалы лизинг ҡаралған. Бынан тыш, бөгөн беҙ пилотһыҙ авиацияны үҫтереү стратегияһын төҙөйбөҙ, етештереүселәргә, эксплуатанттарға һәм, дөйөм алғанда, пилотһыҙ авиацияға йүнәлтелгән ярҙам саралары әҙерләнәсәк. - Рүзилә ҠОЛӨМБӘТОВА