“Авангард” уҡыу-методика үҙәгенең Рәсәй Геройы М.В. Серафимов исемендәге “Патриот” паркында әленән-әле төрлө ҡыҙыҡлы саралар, ярыштар үткәрелеп тора. Ошо көндәрҙә унда Бөтә Рәсәй “Хәүефһеҙлек мәктәбе” балалар-үҫмерҙәр ижтимағи хәрәкәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе профилле смена ойошторҙо. Республика мәктәптәренән 230-ҙан ашыу баланы берләштергән башланғыс Мобиль отрядтар мәктәбе уҡыу программаһына ярашлы ғәмәлгә ашырылды. Уның барышында үҫмерҙәр хәүефһеҙлек нигеҙҙәренә һәм тәүге ярҙам күрһәтеү нескәлектәренә төшөндө. Профилле смена Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды, БР Мәғариф һәм фән министрлығы, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының булышлығында ойошторолдо. Уҡыусылар бер аҙна дауамында тәбиғәттә һәм ҡала шарттарында хәүефһеҙ йәшәү алымдарына, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү нескәлектәренә төшөндө, төрлө саралар ойошторорға өйрәнде, “тормош хәүефһеҙлеге” йүнәлешендәге һөнәрҙә