Республикабыҙҙа Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған уҡыусыларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға аҡсалата Башҡортостан Башлығы премияһы тапшырылып килә. Был уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү һәм педагогтарҙың эшмәкәрлеген дәртләндереү маҡсатында эшләнә. Быйыл республикала 79 сығарылыш уҡыусыһы БДИ-ны 100 балға тапшырған. Юғары һөҙөмтәгә өлгәшкән сығарылыш уҡыусыларын әҙерләгән уҡытыусылар араһында Республика инженер лицей-интернатының информатика уҡытыусыһы Вадим Ринат улы Ниғмәтуллин да бар. Ул бына инде 15 йыл дауамында ошо белем усағында ҡыҙ һәм егеттәрҙе программалау серҙәренә өйрәтә. Вадим Ринат улы Салауат ҡалаһында тыуған, әммә бала сағы һәм мәктәп йылдары Стәрлетамаҡта үтә. Ошо ҡалалағы 3-сө Башҡорт лицей-интернатын уңышлы тамамлай. Артабан Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында уҡып, электрик һөнәренә эйә була. “Әммә производстволағы эш минеке түгеллеген аңланым. Күңел уҡытыусылыҡҡа тартылды. Был аңлашыла ла, сөнки педагогтар нәҫелен дауам итеүсемен: ҡартатайым, әсәйем, инәй