Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Уҡытыусы киләсәк өсөн эшләй

Уҡытыусылар балаларҙы уҡытып һәм тәрбиәләп кенә ҡалмай, уларға белемен, көсөн, ваҡытын, ә иң мөһиме – күңелен бирә. Баш ҡалабыҙ мәктәптәрендә лә үҙ эшен яратҡан, һөнәренең оҫтаһы булып танылған педагогтар тупланған. Өфөләге 58-се лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Ғәзизова ла – тап шундай остаздарҙың береһе. – Һөнәр һайлағанда педагогика йүнәлешенә өҫтөнлөк биргән апайҙарымдың тәьҫире көслө булды, шуға күрә мәктәпте тамамлағас, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетына уҡырға индем, – ти Әлфиә Рәүеф ҡыҙы. 2003 йылда уҡыу йортоноң башҡорт филологияһы факультетын уңышлы тамамлаған юғары белемле белгес уҡытыусы булып эш башлай һәм бына 19 йыл яратҡан һөнәренә тоғро ҡала. – Кешене уҡытыу, тәрбиәләү, үҫтереүҙе үҙеңдән башларға кәрәк. Шул саҡта ғына ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Эшемдең балалар менән бәйле булыуы ныҡ оҡшай, сөнки улар – бөтмәҫ энергия, көс-дәрт сығанағы. Үҫмерҙәрҙәге сикһеҙ ҡыҙыҡһыныу, яңыны белергә теләү һине лә үҫешкә әйҙәй, – тип хеҙмәтенең

Уҡытыусылар балаларҙы уҡытып һәм тәрбиәләп кенә ҡалмай, уларға белемен, көсөн, ваҡытын, ә иң мөһиме – күңелен бирә. Баш ҡалабыҙ мәктәптәрендә лә үҙ эшен яратҡан, һөнәренең оҫтаһы булып танылған педагогтар тупланған. Өфөләге 58-се лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Ғәзизова ла – тап шундай остаздарҙың береһе. – Һөнәр һайлағанда педагогика йүнәлешенә өҫтөнлөк биргән апайҙарымдың тәьҫире көслө булды, шуға күрә мәктәпте тамамлағас, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетына уҡырға индем, – ти Әлфиә Рәүеф ҡыҙы. 2003 йылда уҡыу йортоноң башҡорт филологияһы факультетын уңышлы тамамлаған юғары белемле белгес уҡытыусы булып эш башлай һәм бына 19 йыл яратҡан һөнәренә тоғро ҡала. – Кешене уҡытыу, тәрбиәләү, үҫтереүҙе үҙеңдән башларға кәрәк. Шул саҡта ғына ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Эшемдең балалар менән бәйле булыуы ныҡ оҡшай, сөнки улар – бөтмәҫ энергия, көс-дәрт сығанағы. Үҫмерҙәрҙәге сикһеҙ ҡыҙыҡһыныу, яңыны белергә теләү һине лә үҫешкә әйҙәй, – тип хеҙмәтенең нескәлектәре менән уртаҡлашты уҡытыусы. Эйе, Әлфиә Рәүеф ҡыҙы, һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылып, алдына аныҡ маҡсаттар ҡуйып йәшәй. Киләсәктә башҡорт теле буйынса уҡыу әсбабы яҙырға уй-ниәте бар. Ул – “Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы-2021” конкурсы еңеүсеһе, шул уҡ йылда “Иң яҡшы рус һәм башҡорт телдәре уҡытыусыһы” конкурсында ла еңеү яулаған. Уның күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Почет грамотаһы, баш ҡала мәғариф идаралығының Рәхмәт хаты менән билдәләнгән. “Педагог үҙ эшенә яуаплы ҡарарға, ихлас булырға, балаларҙы яратырға тейеш, сөнки улар һинән аңлау, яҡлау, хуплау көтә. Беҙ киләсәк өсөн эшләйбеҙ, күп осраҡта хеҙмәтебеҙҙең емештәрен дә йылдар үткәс кенә татыйбыҙ”, – ти Әлфиә Ғәзизова. Тынғыһыҙ уҡытыусыға киләсәктә лә уңыштар, яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ! Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА