Балыҡсы ир-егеттәргә әллә ни аптырамайһың. Күңелгә ятҡан шөғөл, ял итеү сараһы булараҡ көслө заттың күбеһе балыҡҡа йөрөй. Ә бына балыҡ тотҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙы һирәк осратырға тура килә. Күптән түгел интернет селтәрендә ҙур балыҡ тотоп фотоға төшкән бер апайға юлыҡтым. Ул балыҡты үҙе тотҡан булып сыҡты. Балыҡсы апай менән һеҙҙе лә таныштырып үткем килә. Әнисә Әлмөхәмәтова сығышы менән Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылынан. 1986 йылда йүнәлтмә буйынса Шишмә районының Түбәнге Хәжәт ауылына эшкә килә. Ике ай эшләгәндән һуң күрше егеткә кейәүгә сыға. Мәктәптә физкультура уҡытыусыһы була. Өфө ҡалаһына күсәләр. 38 йыл мәктәптә эшләй. Әнисә апай хаҡлы ялда булһа ла тынғыһыҙ кеше. Әлеге мәлдә интернет селтәрендә Түбәнге Хәжәт ауылының “Беҙ бит әле Хәжәттәр” тип исемләнгән төркөмөн ойоштороп ебәргән, шулай уҡ ауылдың ағинәйҙәр ойошмаһын етәкләй. Төрлө мәҙәни саралар ойоштороп, тормоштан йәм табып йәшәйҙәр. “Балыҡ тотоу шөғөлө менән иң алда Ғизәр ҡайнағаның малайы йөрөй ине. Бер тапҡыр “Еңгәй, әйҙә