Илдең юғары уҡыу йорттарын һәм робототехник программистарҙы хакатонға теркәү башлана, уларҙы йыл һайын “Цифрлы иҡтисад” милли проекты (национального проекта “Цифровая экономика”) сиктәрендә “РН-БашНИПИнефть” ғилми институты үткәрә. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән милли проектына ярашлы мөмкин булды. Хакатондарҙа 18 йәштән 30 йәшкә тиклемге йәштәр ҡатнаша ала, тип хәбәр иттеләр БР Цифрҙар министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Илдең юғары уҡыу йорттары хакатонында ҡатнашыусыларға алгоритм һайлап алырға һәм 2D-карталарҙа бирелгән параметрҙың ҡиммәттәрен күҙаллау өсөн программа төҙөргә тейеш буласаҡ. Бының өсөн улар статистик анализ һәм мәғлүмәттәр эшкәртеү, яһалма интеллект ысулдары өлкәһендә белемгә эйә булырға, Python һәм C/C программалау телдәрен белергә тейеш. Еңеүселәр 11 ҡалала «Роснефть» компанияһының партнер-вуздары һәм ғилми институттары майҙансыҡтарында сығыш яһаясаҡ һәм аҡсалата бүләктәр аласаҡ, уларҙың дөйөм суммаһы 600 мең һум тәшк