Бөгөн илебеҙҙә ҙур байрам – Белем көнө. Меңәрләгән малайҙар һәм ҡыҙҙар тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асып инеп, серле лә, мауыҡтырғыс та, ауыр ҙа, ҡыҙыҡлы ла ғилем донъяһына аяҡ баҫты. Каникулда бер-береһен һағынып өлгөргән башланғыс, өлкән класс уҡыусылары белем усағына юл алды. Уҡытыусылар яңы уҡыу йылының тәүге дәресен башлап ебәрҙе. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында ла Белем көнөнә арналған тантана сағыу, матур байрам итеп үткәрелде. Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары аҫтында гимназия-интернаттың уҡыу алдынғылары – XI класс уҡыусылары Рушан Дәүләтшин, Алтынай Атанғолова, Вилдан Мәжитов Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы һәм гимназия-интернат флагтарын күтәрҙе. Уҡыусыларға, уҡытыусыларға, мәғариф ветерандарына, ата-әсәләргә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты директоры Илнур Рифат улы Салихов, Өфө феде
