“Башҡортостан” гәзите редакцияһында йәшәп килгән матур традицияға тоғро ҡалып, быйыл ике хеҙмәттәшебеҙҙең балаһын – Камила Минғәлиева менән Тимур Зәйнетдиновты I класҡа – ҙур һәм сикһеҙ белем донъяһына аяҡ баҫыуы менән тәбрикләйбеҙ. Тимур – редакцияның социаль өлкә бүлеге мөдире Айһылыу Низамованың улы. “Алтын ҙур булмай” тигәндәй, бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, бихисап һөнәрҙәре, шөғөлдәре бар егеттең. Балалар баҡсаһында уҡ тхэквондо, футбол секцияһына йөрөгән, ғаиләһе менән саңғыла, велосипедта елергә, йүгерергә ярата. “Футбол ныҡ оҡшай, мәктәптә лә секцияға яҙылам. Уҡыуға барырға алдан уҡ әҙерләнеп бөттөк. Портфелде үҙем һайланым”, – ти Тимур. Ул Шамонин ауылындағы урта мәктәптең I “Г” класына бара. Бер йылға яҡын ошо белем усағына әҙерлек курсына йөрөгән, буласаҡ уҡытыусыһы Фәнилә Хәйруллинаны ла бик оҡшатҡан. Әйткәндәй, Фәнилә Фәхрислам ҡыҙы – өс тиҫтә йыллыҡ бай тәжрибәгә эйә уҡытыусы, мәктәп директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, Башҡортостандың мәғариф отличнигы.