Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сентябрға бәйле һынамыштар

* Сентябрҙә күк күкрәһә - көҙ йылы, ҡыш ҡарлы булыр. * Сентябрь йылы, ҡоро икән, ҡыш һуңыраҡ килер. * Һалҡын булһа, ҡыш ҡар тиҙерәк ирей, яҙ иртәрәк килә. * Япраҡтар ҡойолорға ашыҡмаһа - алда һыуыҡ ҡыш көтөлә. * Сентябрҙә ҡырмыҫҡалар үлән өҫтөнән йүгерешеп йөрөһә - ҡар күплеккә, аҫтан йөрөһәләр - ҡыштың оҙонлоғона. * Был айҙа ҡар күренһә, артабан ҡырҡ көн аяҙ торор. * Сентябрь аяҙ булһа, ҡыш һалҡын килер. * Торналар өҫтән осһа, матур, йылы көҙ оҙаҡ торор. * 18 сентябрҙә ҡыр ҡаҙҙары китһә, октябрь башында ҡар ятыр. * Әгәр көҙ ҡайын япраҡтары ағастың осонан һарғая башлаһа, яҙ – иртә, аҫтан һарғайһа – һуң килер. * 28 сентябрҙә балыңды ҡара, умартаңды баҙға төшөр. * Ай башында күк күкрәһә, көҙ оҙаҡ килер. Автор фотоһы