Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Аҡъярҙа – яңы мәктәп

Объект «2020-2025 йылдарға ауыл биләмәләрен үҫтереү» федераль комплекслы программаһы сиктәрендә төҙөлгән. Белем усағының дөйөм майҙаны – 17,3 мең квадрат метрҙан ашыу. Өр-яңы белем усағы район үҙәгендә иҫәп буйынса өсөнсө һәм иң заманса мәктәптәрҙең береһе. Бөгөнгө көндә район мәктәптәрендә дүрт меңгә яҡын уҡыусы белем ала, шуның яртыһы тиерлек – 45%,-ы Аҡъяр ауылынан.Полилингваль статусҡа эйә булған район үҙәгенең өсөнсө мәктәбен сафҡа индереү балаларға ике сменала белем алыуҙан бер сменала уҡырға мөмкинлек бирәсәк. Яңы сафҡа ингән объект мәктәп кенә түгел, ә биш блоктан торған заманса белем биреү комплексы ла. Бында бөтәһе өс уҡыу корпусы бар, уларҙың береһе – башланғыс класс уҡыусылары өсөн, интернат, тамашалар залы, ҙур һәм бәләкәй спорт залдары, туҡланыу блогы һәм панорамалы тәҙрәле аш залы, уҡыу оҫтаханалары. Корпустар лифт менән йыһазландырылған һәм йылы үткәүелдәр менән тоташҡан. Бинаның дүрт блогында уҡыу кластары, туҡланыу блогы, спорт, йыйылыштар һәм төшкө аш залдары, уҡыу оҫтаханалары һәм саңғы базаһы урынлашҡан. Мәктәп яны биләмәһендә ике мәктәп автобусына иҫәпләнгән йылы гараж, газ ҡаҙанлығы, кер йыуыу бүлмәһе, трансформатор станцияһы һәм башҡа хужалыҡ объекттары бар. Хәйбулла районында яңы мәктәп асыу, әлбиттә, Аҡъяр ауылы өсөн генә түгел, ә тотош район халҡы өсөн бик әһәмиәтле, күптән көтөлгән ваҡиға. Район үҙәгенең башҡа урта мәктәптәренән айырмалы рәүештә, яңы белем усағы күп профилле полилингваль мәктәп булыуы менән айырылып тора. Яңы мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә уҡығыҙ, ҡәҙерле уҡыусылар! Байрам менән! Фото: Фәнилә Бәширова