Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өфөлә ювелир сәнғәте өлгөләре күргәҙмәһе асылды

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Милли музейында “Тергеҙелгәндән модернға тиклем. Дәүләт тарихи музейы йыйылмаһының художестволы көмөш шедеврҙары” күргәҙмәһе асылды. Экспозицияла Тарихи музейҙың ҡиммәтле металдар фонды йыйылмаһынан XVI - XX быуаттарҙағы көнбайыш европа художестволы көмөшөнөң уникаль ҡомартҡылары ҡуйылған. Күргәҙмәгә килеүселәр 80-дән ашыу өлгөнө ҡарай ала. – Ҙур федераль музей республикаға ҡыҙыҡлы күргәҙмә алып килде. Экспозиция бөтәһенә лә оҡшар, тип ышанам. Бында тәҡдим ителгән сәнғәт өлгөләре үҙҙәренең матурлығы менән таң ҡалдыра, ә күргәҙмәне күрһәтеү үҙенсәлекле атмосфера булдыра, – тине Башҡортостан Республикаһының Милли музейы директоры Рөстәм Исхаҡов. Дәүләт тарихи музейының ғилми секретары Ольга Сиротина, проект Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында “Ҙур күргәҙмә” циклы сиктәрендә тормошҡа ашырыла, тип билдәләне. Ольга Александровна Өфөнөң буласаҡ юбилейы һәм Башҡортостандың төп музейының 160 йыллығы алдынан күргәҙмәне асыу айырыуса мәртәбәле булыуын билдәләне. Күргәҙмәнең һәр бүлеге айырым хронологик осорға һәм уға ярашлы художество стиленә арналған. Мәҫәлән, экспозицияла һуңғы Ренессанс осорона хас булған пропорцияларҙың тигеҙлеге, образ-художество формаларының һәм орнамент ҡоролмаларының гармониялылығы менән XVI быуат аҙағы — XVII быуат башы немец оҫталарының эштәрен күрергә мөмкин. Уларҙы сюжетлы мифологик күренештәр йәки гүзәл сәскә орнаменты менән үҙенсәлекле барокко композициялары алмаштыра. XVIII быуат уртаһы Рококо дәүеренең француз һәм инглиз оҫталарының нәфис әҫәрҙәренән тора. Рококоның зиннәтле өлгөләренән һуң классицизм формаларының ҡәтғи ябайлығы һәм геометрияһы килә. XVIII быуат аҙағы — XIX быуат башындағы француз оҫталарының әйберҙәре ампир стиленә хас булған ҡәтғи симметрия һәм алтын менән биҙәлгән. XIX быуат европа оҫталарының ижады үткән дәүерҙәрҙең художество стилдәренә, шулай уҡ үҙ милли традицияларын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу күрһәтә. Күргәҙмәне модерн стиленә хас бормалы шыма һыҙаттар һәм стилләштерелгән орнамент мотивтары менән эштәр тамамлай. Был ҡыҙыҡлы ла, зиннәтле лә күргәҙмә 19 ноябргә тиклем эшләйәсәк. Фотолар: “Башинформ”дан.