Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һалым органдары яңыса түләргә өйрәтә

Һалым органдары яңыса түләргә өйрәтә. Башҡортостанда 21 августан 25-енә саҡлы һалым органдары күп функциялы үҙәктәр менән бергә “Һалым белдереүҙәрен – Дәүләт хеҙмәте порталы аша” берлектәге акцияһын уҙғарҙы. Сара барышында 13 меңдән ашыу һалым түләүсе һалым белдереүҙәрен һәм мөлкәт һалымы буйынса бурысты түләү тураһындағы талаптарҙы “Дәүләт хеҙмәте” порталы аша алыу ысулына тоташты. Акция дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең күп функциялы үҙәктәренең 35 офисында үткәрелде. Һалым органдары хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы был алымды нисек файҙаланырға кәрәклегенә өйрәтте. Бындай мөмкинлек быйыл июлдә генә барлыҡҡа килгәйне, ул һалым түләүселәргә үҙ бурысы тураһында мәғлүмәт алып торорға ярҙам итә. Һалым белдереүҙәрен алып тороу мөмкинлеген граждандар үҙаллы булдыра ала йәки бының өсөн теләһә ҡайһы һалым органына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Был ысул тураһында www.nalog.gov.ru сайтында ентеклерәк белергә мөмкин. Фото: www.nalog.gov.ru сайты.