Махсус хәрби операция барған биләмәгә ике башҡорт атын алып барыуҙары тураһында яҙғайныҡ инде. Улар лайыҡлы хеҙмәт итә. Ҡайһы берәүҙәр быны тәнҡитле ҡабул иткән – башҡорттарға хеҙмәт итергә башҡа әйбер юҡ, Рәсәй Армияһы техника бирмәй, тип. – Был ялған! Беҙҙең өсөн ат – дуҫ, яуҙаш, туған. Ул бер уйһыҙ һәм икеләнеүһеҙ һыбайлы күрһәткән ергә юллана. Беҙҙең яугирҙәр Наполеон ваҡытынан аттарҙа хеҙмәт иткән! Бөгөн аттар ике мөһим бурысты үтәй – тәүлектең ҡараңғы мәлендә тауышһыҙ йөрөп сығырға ярҙам итә. Икенсеһе, минең уйымса, беҙҙең егеттәрҙең рухын күтәрә. Беҙҙең өсөн ат - изге йән эйәһе. Беҙ һәм Владен Татарский исемендәге Пилотһыҙ осоу аппараты үҙәге биш ирекмәндәр батальоны менән Өфөлә Башҡортостан полкы әҙерләнек һәм аттарҙы ла ебәрәсәкбеҙ. Гуманитар ярҙам менән дә беҙҙә тәртип. Башҡортостан халҡы заманса ҡарашлы, йолаларҙы ла күҙәтә. Ә иң мөһиме – үҙ иленә тоғро. Беренсе каналға (@news_1tv) һөнәри оҫталыҡтары һәм беҙҙең халыҡҡа иғтибарҙары өсөн рәхмәт. Илдең төп каналында әңгәмә тиҙҙән донъя күрәсәк, – тип уртаҡлашты махсус хәри операцияның тәүге һыҙығында эшләгән хеҙмәттәшебеҙ Ильяс Батыргәрәев. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: https://t.me/bashbat02