Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йөрөү хаҡы арзаная

1 сентябрҙән Башҡортостанда йәмәғәт транспортында йөрөү хаҡы һигеҙ һумға арзаная. “Мир” түләү системаһы дүрт айға – 2023 йылдың 31 декабренә саҡлы Башҡортостандағы йәмәғәт транспортында түләүгә ташлама яһай. Смартфонға ҡуйылған милли картанан транспорт өсөн түләгәндә пассажирҙан автоматик рәүештә һигеҙ һумға аҙыраҡ алынасаҡ. Ошо турала республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы үткәргән матбуғат конференцияһында әйтелде. Был тәҡдимдән файҙаланыу өсөн телефон аша түләргә кәрәк буласаҡ. Бының өсөн “Мир” картаһына мобиль тәүләү сервистарының береһен ҡуйырға кәрәк. Ул Mir Pay йәки Samsung Pay булырға мөмкин. “Бер йыл элек, көҙгө миҙгелдә, “Мир” картаһы йәмәғәт тарнспорты пассажирҙарына ташлама биргәйне инде. Ул саҡта акцияның абруйы ҙур булды, кешеләр транспортта 6,5 миллион һумды экономиялай алды. Бер йыл элек кеүек үк, беҙҙең был һигеҙ һумлыҡ ташлама “Алға” картаһындағы махсус тариф менән бергә ҡушыла. Тимәк, бындай карталарҙың хужалары йөрөгән өсөн 13 һумға аҙыраҡ түләйәсәк”, – тип аңлатты “Мир” түләү системаһының продукттарҙы, һанлы һәм технологик сервистарҙы үҫтереү буйынса директоры Мария Точилова. Фото: БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.