Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сәфәр айынан ҡурҡырға кәрәкме?

Билдәле булыуынса, әле мосолман календары буйынса сәфәр айы бара. Ул 17 августа башланды. Дини китаптарҙа әйтелеүенсә, был атама “сәйәхәт, юл” төшөнсәһенән алынған: боронғо ғәрәптәр ошо ваҡытта алыҫ сәфәргә сығыр булған. Ислам дине ингәнгә тиклем был айҙы ауырлыҡ, бәлә килтереүсе тип иҫәпләгәндәр, яңы эштәр башламағандар, никах ҡормағандар, ғаиләне төрлө яманлыҡтарҙан һаҡларға тырышҡандар. Ошондай яңылышлыҡтарға, уйҙырмаларға пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм “бик” ҡуйған. Исламда төрлө шик-шөбһәгә, хәүефтәргә, ырымдарға урын юҡ. Был хаҡта Ҡөрьәндә аныҡ әйтелә. “Һәр төрлө бәлә Аллаһ Тәғәләнең ихтыяры буйынса ғына килә”, тиелә “Әт-тәғабун” сүрәһендә. Һәр айыбыҙ, көнөбөҙ имен-аман үтһен, гелән яҡшы уйҙар менән йәшәйек. Сентябрь айына намаҙ уҡыу ваҡытын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды). Фото: vk.com/ufa_barakat