Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусын төҙөү буйынса сираттағы кәңәшмәне үткәрҙе. Объекттарының дөйөм майҙаны 146 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән проект бизнесты, фәнде һәм алдынғы белем биреүҙе йәлеп итеү һәм интеграциялау майҙансығы буласаҡ. Кәңәшмә башында Министрҙар кабинеты етәксеһе тротуарҙар төҙөүгә, конференция залын һәм корпус персоналы биналарын йыһазландырыу өсөн ҡорамалдар һатып алыуға контракт төҙөүгә, һуңынан төҙөлөштөң беренсе сиратын тикшереүгә бәйле мәсьәләләрҙе ҡуҙғатты. – Әле эскалаторҙар монтажлау өсөн бетон конструкцияларҙы ҡороу; янғын һүндереү, елләтеү, һыу менән тәьмин итеү һәм канализация системаларын булдырыу; электр селтәре һуҙыу; бинаның 15 ҡаттан торасаҡ өлөшөнөң ҡыйығын ҡороу буйынса эштәр әүҙем алып барыла, – тине Премьер-министр. Артабан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Морато
Вуз-ара кампус төҙөлөшө һәр йәһәттән сифатлы булырға тейеш
31 августа 202331 авг 2023
1 мин