Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитеты эшмәкәрлегенә арналған матбуғат конференцияһында һүҙ ошо хаҡта барҙы. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова министрлыҡ тарафынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаилә ағзаларына күрһәтелгән ярҙам саралары тураһында һөйләне. Һүҙ шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың реабилитациялау саралары менән тәьмин итеү тураһында ла барҙы. Ленара Хәким ҡыҙы әйтеүенсә, протездар, дәүләт килешеүҙәренә ярашлы, бушлай бирелә йәки уларҙы үҙҙалы һатып алған осраҡта аҡсалата компенсация бирелә. Бынан тыш, электрон сертификаттар ҙа тәҡдим ителә. Улар ярҙамында протез-ортопедик аппараттарҙы һатып алырға мөмкин. – Рәсәйҙең Пенсия һәм социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе тарафынан федераль бюджет иҫәбенә ярҙам күрһәтелә. Һәр ғариза, барлыҡ баһаламалар, табиптарҙың һығымталары ла иҫәпкә алынып, ҡарала. Әгәр ҡиммәтле әйбер алырға кәрәк икән, һатып алыу суммаһын сикләү юҡ, – тип белдерҙе Ленара Иванова. Медицина реабилитациялауы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға психологик-неврологик ярҙам, шифахана-курорт дауалауы һәм башҡалар тураһында ла һөйләне министр. Видеобәйләнеш аша матбуғат конференцияһына Ватан хәрбиҙәре ғаиләләре федераль комитеты етәксеһе Юлия Белехова ҡушылды. Ул Башҡортостанды махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йәһәтенән Рәсәйҙәге иң яҡшы төбәктәрҙең береһе икәнлеге тураһында әйтте. - Һеҙҙә – иң яҡшы комитеттарҙың береһе: 1,5 меңдән ашыу мөрәжәғәт эшкәртелгән. Һәм бер ниндәй бюрократияһыҙ атҡарылған. Һеҙ ыңғай власть органдары менән дөрөҫ эшмәкәрлек ҡорҙоғоҙ. Мәсьәләләрҙе хәл итеү ҙә бер нисә көн генә тәшкил итә, – тине Юлия Александровна. – Фондтың республика филиалына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Барыһына ла берҙәм булып, яугирҙәргә һәм уларҙың яҡындарына төрлө ярҙам күрһәтергә кәрәк. Юлия Белехова Башҡортостан Республикаһының, илдә иң тәүгеләрҙән булып, хәрбиҙәргә страховка түләү буйынса килешеүҙәр төҙөлөүе тураһында ла һөйләне. Ватан яугирҙәренең ғаиләләре төбәк комитеты етәксеһе, хәрби офицер, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ирҙең ҡатыны Эльвира Мацкевич иһә үҙҙәре алып барған эшмәкәрлек хаҡында бәйән итте. Улар – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса дәүләт структуралары һәм йәмәғәт ойошмалары эшен координациялау. Бынан тыш, мөрәжәғәттәр ҡабул итәләр һәм уларҙы хәл итәләр, илһөйәрлек тәрбиәһе биреү һәм онлайн-киңлектә эшләү менән шөғөлләнәләр. Нигеҙҙә, юридик, медицина, психологик, психотерапевтик ярҙам, төбәк ярҙамы саралары һәм түләүҙәр, шифахана-курорт дауаланыуы, ирекмәндәр ярҙамы тураһында һорауҙар килә. Августа белем алыу менән бәйле мөрәжәғәттәр күберәк булған. Һөҙөмтәлә бөгөн, Белем көнөндә, мәҫәлән, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамы менән бер бала ғүмер буйы хыял иткән дизайнер, икенсеһе тәрбиәсе һөнәре буйынса колледжда уҡый башлаясаҡ. Әйткәндәй, “Герой ҡатыны” – республикала Ватан яугирҙәре ғаиләләренең төбәк комитеты етәксеһе Эльвира Мацкевич тәҡдиме буйынса барлыҡҡа килгән проект. Ул Ватанды һаҡлаған һәм уның өсөн ғүмерен биргән геройҙарҙың, яугирҙәрҙең яҙмышы тураһында һөйләй, улар хаҡында иҫтәлектәр туплауға булышлыҡ итә. Проект бер-береһенә ярҙам иткән яугирҙәрҙең ҡатындарын һәм тол ҡатындарын берләштерә. Бөтә фотоларҙа һәм видеоларҙа ҡатын-ҡыҙҙар хәрби кителдә төшә. Тәүге фотосессиялар былтыр үткәрелгән һәм шунда уҡ алғы һыҙыҡҡа ебәрелгән. Кисә “Башинформ” агентлығы фойеһында ла был проект менән танышырға мөмкин ине. “Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фондының республика филиалы штаты етәксеһе, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина ойошманың төрлө йүнәлештәр буйынса эшләүе хаҡында ентекле һөйләне. Әйткәндәй, 2023 йылдың апрелендә Рәсәй Президенты Владимир Путин махсус хәрби операция ветерандарын һәм яугирҙәрҙең ғаиләләрен шәхси оҙатыу өсөн дәүләт фонды булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны. Өфөлә ойошма офисы 1 июндән Минһажев урамы, 107 адресы буйынса эшләй. Филиал штатында – 40 социаль координатор, уларҙың икәүһе – үҙәк бүлектә, 38 кеше төбәк муниципалитеттарында эшләй. Социаль координаторҙар араһында – хәрби хәрәкәт ветерандары, махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары. Ойошма етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина хәбәр итеүенсә, республика филиалының эше төрлө йүнәлештәр буйынса бара. Улар – социаль ярҙам, медицина хеҙмәтләндереүе, административ мәсьәләләр, власть органдары менән үҙ-ара килешеп эш итеү, ижтимағи проекттар һәм башҡалар. - Фондтың филиалы республика министрлыҡтары, ведомстволары һәм йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөнө, – тине Гөлнур Ҡолһарина. – Филиалда график буйынса килешеүҙәр нигеҙендә Рәсәй Юстиция министрлығының республика буйынса идаралығы, Рәсәй Юристар ассоциацияһы, Башҡортостандың Дәүләт юридик бюроһы, Нотариаль палата, Адвокаттар палатаһы һәм башҡа ойошмалар белгестәре ҡабул итә. Ойошма белгестәре республиканың Спорт министрлығы менән берлектә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү аша махсус хәрби операция ветерандарын реабилитациялау һәм социаль адаптация буйынса эш ойошторған. - Беҙҙең республика махсус хәрби операция яугирҙәре иҫәбенән паралимпиясылар әҙерләү, шулай уҡ адаптив спорттың иң яҡшы төбәк тәжрибәләре менән уртаҡлашыу өсөн федераль майҙансыҡ була ала, – тине Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы. Башҡортостандың хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Тимерйән Рәжәпов та сарала ҡатнашты. Ул – запастағы милиция капитаны, Эске эштәр министрлығы пенсионеры, Афғанстанда һәм Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан. Тимерйән Рәжәп улы һигеҙ йыл дауамында гуманитар ярҙам күрһәтеүҙәре һәм башҡалар тураһында һөйләне. Айһылыу НИЗАМОВА. ҺҮРӘТТӘ: Эльвира Мацкевич, Ленара Иванова, Гөлнур Ҡолһарина һәм Тимерйән Рәжәпов (һулдан уңға) сара ваҡытында. Автор фотоһы.