25 сентябрҙән 26 сентябргә тиклем INNOPROM.KAZAHSTAN беренсе халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә республиканың бәләкәй, урта һәм эре бизнес вәкилдәренең эшлекле сәфәре үтәсәк. Күргәҙмәнең дөйөм майҙаны 12 мең квадрат метрҙан ашыу буласаҡ, тип белдерҙе күршеләр. Уның тематик секциялары буласаҡ: транспорт, авиация һәм энергетика, сәнәғәт IT-һы, химия сәнәғәте, станоктар эшләү, металлургия. Был күргәҙмә сиктәрендә 25 сентябрҙә республика предприятиелары Ҡаҙағстан партнерҙары менән B2B-һөйләшеүҙәр алып барасаҡ. 26 сентябрҙә Ҡаҙағстан предприятиеларын барып күреү ойошторолған. Сарала ҡатнашырға теләк белдергән ойошмалар өсөн түбәндәге саралар ҡараған: — комплекслы бизнес-программа; — лингвистик ярҙам; — контакт алмашыу; — трансфер «аэропорт-ҡунаҡхана-аэропорт»; — бизнес-миссияның бизнес-программаһы сиктәрендә ҡатнашыу; — сара программаһына ярашлы дөйөм координация. Бизнес-миссияла ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Республикаһы