Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Маҡсаттары - беренсе булыу!

“Беренселәр хәрәкәте” Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенә бөтә ил буйлап меңдәрсә әүҙем, һәләтле һәм маҡсатҡа ынтылышлы йәштәр инә. “Мәғариф” милли проектының “Патриотик тәрбиә” төбәк проекты ярҙамында Ағиҙел ҡалаһында Рәсәй Федерацияһы Президенты ярҙамында булдырылған хәрәкәт уңышлы тормошҡа ашырыла. Уның "Беренселәр хәрәкәте" тигән исеме бөтә ил балаларын һәм йәштәрен берләштерә. Ағиҙел ҡалаһы координаторы – йәш белгес Резеда Муллағәлиева. Координаторҙың бурысы – ҡатнашыусыларҙың идеяларын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам, 12 йүнәлеш буйынса конкурсҡа һәм проекттарға ғаризалар әҙерләү. Улар араһында – фән һәм технологиялар, мәҙәниәт һәм сәнғәт, спорт, ирекмәнлек, илһөйәрлек һәм хатта халыҡ-ара мөнәсәбәттәр. Ағиҙел ҡалаһының дөйөм белем биреү ойошмаларында Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең “Беренселәр хәрәкәте” исемле тәүге бүлексәләре асылды. Балаларҙы һәм йәштәрҙе хәрәкәт эшмәкәрлеге, эш йүнәлештәре, ҡиммәттәр һәм саралар менән таныштырыу буйынса эш алып барыла. Хәрәкәттең миссияһы заманы

“Беренселәр хәрәкәте” Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенә бөтә ил буйлап меңдәрсә әүҙем, һәләтле һәм маҡсатҡа ынтылышлы йәштәр инә. “Мәғариф” милли проектының “Патриотик тәрбиә” төбәк проекты ярҙамында Ағиҙел ҡалаһында Рәсәй Федерацияһы Президенты ярҙамында булдырылған хәрәкәт уңышлы тормошҡа ашырыла. Уның "Беренселәр хәрәкәте" тигән исеме бөтә ил балаларын һәм йәштәрен берләштерә. Ағиҙел ҡалаһы координаторы – йәш белгес Резеда Муллағәлиева. Координаторҙың бурысы – ҡатнашыусыларҙың идеяларын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам, 12 йүнәлеш буйынса конкурсҡа һәм проекттарға ғаризалар әҙерләү. Улар араһында – фән һәм технологиялар, мәҙәниәт һәм сәнғәт, спорт, ирекмәнлек, илһөйәрлек һәм хатта халыҡ-ара мөнәсәбәттәр. Ағиҙел ҡалаһының дөйөм белем биреү ойошмаларында Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең “Беренселәр хәрәкәте” исемле тәүге бүлексәләре асылды. Балаларҙы һәм йәштәрҙе хәрәкәт эшмәкәрлеге, эш йүнәлештәре, ҡиммәттәр һәм саралар менән таныштырыу буйынса эш алып барыла. Хәрәкәттең миссияһы заманыбыҙҙың ябай, аңлайышлы һәм асыҡ ҡиммәттәренән тора: “Рәсәй менән бергә булыу, Кеше булыу, бергә булыу, хәрәкәттә булыу, беренсе булыу”. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте.