Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡышҡылыҡҡа Лилиәнән тәмле ҡабымлыҡ

Новотроицк ҡалаһында йәшәгән Лилиә Солтанованан ҡышҡылыҡҡа турама рецепты тәҡдим итәбеҙ. 3 килограмм помидор, 1 килограмм кишер һәм татлы борос, 2-3 баш туралған һуған, үҫемлек майы һәм шәкәр, 1 баш һарымһаҡ, 3 аш ҡалағы тоҙ, 1 аш ҡалағы ҡыҙыл борос, 1-1, 5 стакан уксус, 1 аш ҡалағы ҡара борос кәрәк. Бөтә йәшелсәләрҙе йыуырға, таҙартырға. Кишерҙе ҡырғыс аша үткәреп, ҡалған йәшелсәләрҙе турарға ла бөтәһен ҡаҙанға һалып, ҡайнап сыҡҡандан һуң 20 минут талғын утта бешерәбеҙ. Тәмләткестәр ҡушып тағы ла 20 минут бешергәндән һуң стерилләнгән банкаларға һалына. Фотолар Лилиә Солтанованың шәхси архивынан.