Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡомалаҡ йыйҙығыҙмы әле?

"Оҙон сылбыр сыуалған,Сыпсыҡ шуға уралған.Аҫты аҫыулы,Төймәһе баҫыулы.Игәй-мигәй бау ишә,Ҡабара ла ҡабара,Ҡабарған күркә кеүек,Ҡабарып бешкән күмәс кеүек,Еҙ мыйыҡлы еҙнәм кеүек,Һағынып килгән кейәү кеүек,Хәле бөтөп ултырған,Ағасҡа барып тотонған. Нимә тураһында һүҙ бара тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә, ҡомалаҡ. Беҙҙең өләсәйҙәребеҙ, инәйҙәребеҙ элек-электән ҡомалаҡтың файҙаһын белеп ҡулланған. Беҙ уларҙың ҡомалаҡ сүпрәһен ҡулланып хуш еҫле, тәмле икмәк бешергәндәрен күреп, ашап үҫкәнбеҙ. Һәр ҡайһыбыҙ ошо мәлдәрҙе һағынып иҫкә алабыҙ һәм хәҙер инде үҙебеҙ ҡомалаҡ сүпрәһен ҡулланып икмәк һалабыҙ. Сөнки уның файҙаһы ҙур икәнен һәр кем яҡшы белә һәм йыл һайын ҡомалаҡтың сәскәһен күпләп йыйып ҡалырға тырыша. Үҫемлекте август аҙағында – сентябрь башында йыялар. Быйыл беҙ был эште ағинәйҙәребеҙ менән бергәләп башҡарырға булдыҡ һәм йәмле Әй буйҙарындағы таллыҡтарға үрмәләп үҫкән ҡомалаҡты йыйыу өмәһенә сыҡтыҡ. Ябай ҡомалаҡтың файҙалы үҙенсәлектәре тураһында аралашып, фекерләшеп тәбиғәттең биргән байлы

"Оҙон сылбыр сыуалған,Сыпсыҡ шуға уралған.Аҫты аҫыулы,Төймәһе баҫыулы.Игәй-мигәй бау ишә,Ҡабара ла ҡабара,Ҡабарған күркә кеүек,Ҡабарып бешкән күмәс кеүек,Еҙ мыйыҡлы еҙнәм кеүек,Һағынып килгән кейәү кеүек,Хәле бөтөп ултырған,Ағасҡа барып тотонған. Нимә тураһында һүҙ бара тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә, ҡомалаҡ. Беҙҙең өләсәйҙәребеҙ, инәйҙәребеҙ элек-электән ҡомалаҡтың файҙаһын белеп ҡулланған. Беҙ уларҙың ҡомалаҡ сүпрәһен ҡулланып хуш еҫле, тәмле икмәк бешергәндәрен күреп, ашап үҫкәнбеҙ. Һәр ҡайһыбыҙ ошо мәлдәрҙе һағынып иҫкә алабыҙ һәм хәҙер инде үҙебеҙ ҡомалаҡ сүпрәһен ҡулланып икмәк һалабыҙ. Сөнки уның файҙаһы ҙур икәнен һәр кем яҡшы белә һәм йыл һайын ҡомалаҡтың сәскәһен күпләп йыйып ҡалырға тырыша. Үҫемлекте август аҙағында – сентябрь башында йыялар. Быйыл беҙ был эште ағинәйҙәребеҙ менән бергәләп башҡарырға булдыҡ һәм йәмле Әй буйҙарындағы таллыҡтарға үрмәләп үҫкән ҡомалаҡты йыйыу өмәһенә сыҡтыҡ. Ябай ҡомалаҡтың файҙалы үҙенсәлектәре тураһында аралашып, фекерләшеп тәбиғәттең биргән байлығына ҡыуанып, шөкөр итеп, шифалы үләндәрҙән самауыр сәйе ҡайнатып эсеп ял иттек. Донъяларҙың именлеген теләп, тәбиғәттең биргән байлығын иҫәнлектә-һаулыҡта ҡулланырға яҙһын тип доғалар уҡыныҡ, теләктәр теләнек", - тип яҙалар дыуан-мәсетлеләр. Ә һеҙ, апай-инәйҙәр, ҡомалаҡ йыйҙығыҙмы әле?.. Сығанаҡ: vk.com/public137668565