Стәрлетамаҡ ҡалаһында, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) бурыстарын тормошҡа ашырыу маҡсаттарына ярашлы, “Ҡайынҡай” шифаханаһының элекке биналарын 1-се гимназияның һигеҙ корпусы итеп үҙгәртәсәктәр. Яңыртылған корпустар башланғыс мәктәптең 750 уҡыусыһына һәм балалар баҡсаһының 120 тәрбиәләнеүсеһенә иҫәпләнгән. - Был ҙур объект Стәрлетамаҡ өсөн бик кәрәк. Атҡарылған үҙгәртеп ҡороу өҫтәмә рәүештә тағы 800 уҡыу урынын барлыҡҡа килтерәсәк. Һөҙөмтәлә заманса биналар хасил буласаҡ. Уларҙа уҡыу өсөн бөтә шарттар булдырыласаҡ, - тип хәбәр итте республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин. Үҙгәртеп ҡоролған объекттарҙа витраждар һәм пластик тәҙрәләр ҡуйылған, ишектәр нығытылған, стеналар кирбестән һалынған, елләтеү системаһы монтажланған. Әле төҙөлөш майҙансығында эске биҙәкләү эштәре бара. Объектта 107 кеше һәм өс берәмек техника эшләй. Биналарҙың дөйөм майҙаны һигеҙ мең квадрат метр тәшкил итә. Фото, сығанаҡ: building.bashkortostan.ru/presscenter/news/565077/