Найти тему
Башҡортостан гәзите

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең студенттар кампусы – уникаль объект

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы - илдә тәүге юғары кимәлдәге кампус. Ул илдең фән һәм юғары белем биреү кимәлен билдәләйәсәк. Өфөләге вуз-ара студенттар кампусы проектын тормошҡа ашырыу тураһында Республикаға идара итеү үҙәгендә вуз-ара кампус төҙөлөшөнөң проект офисы етәксеһе урынбаҫары Сергей Гладких һөйләне. Бер проектта бер юлы бер нисә университет берләштереләсәк. Төп геройҙар - студенттар. Кампустың бурысы - ил буйынса иң яҡшы белем биреү үҙәге булыу һәм донъя кимәленә сығыу, Өфө студенттарына юғары сифатлы белем биреүҙе тәьмин итеү. Кампус Өфөнөң тарихи һәм мәҙәни үҙәгендә урынлаша. Беренсе бина 2023 йылдың декабрендә эшләй башлай. Төҙөлөш тулы ҡеүәттә бара. Иң тәүҙә яңы кампустан Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө фән һәм технологиялар университеты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары файҙалана аласаҡ. Фото: ufa.rbc.ru Сығанаҡ: https://vk.com/tsur_bashkortostan?w=wall-201146046_94827