Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында Фәйзуллин майҙанында тикшереү эштәрен үткәреүгә контроллек итеү мәсьәләһендә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссияның эшен юғары баһаланы. 11 сентябрҙә аҙна һайын уҙғарылған оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта һүҙ барҙы. Комиссия эшмәкәрлегенә яуаплы республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе – вице-премьер Азамат Абдрахманов 2023 йылдың 1 мартында Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ Фәйзуллин майҙанында оксид марганец мәғдәндәренә эҙләү эштәрен үткәреүгә подрядсы менән килешеү төҙөүе хаҡында һөйләне. – Беҙҙең республикала марганецтың булыуы 1930-1940 йылдарҙа уҡ асыҡланды һәм тасуирланды, – тип хәбәр итте Азамат Абдрахманов. – 60-70-се йылдарҙа ентекләп картаға төшөрөп геофизик, геологик һәм тематик тикшеренеүҙәр үткәрҙек. Шуны билдәләп үткем килә: 30-40 йыл һайын булған тәбиғәт ресурстары тураһындағы мәғлүмәт дәүләт тарафынан рәсмиләштерелә. Шулай итеп, эштәр Рәсәй ер аҫтын инвентаризациялау буйынса дөйөм дәүләт программаһы сиктәрендә подрядсы тарафынан башҡарылған. Вице-премьер әйтеүенсә, бирелгән лицензия файҙалы ҡаҙылмалар табыуҙы күҙ уңында тотмаған. Ә тикшеренеү йомғаҡтары буйынса артабанғы эштәр марганец мәғдәндәре сифаты арҡаһында перспективаһыҙ тип табылған. Һөҙөмтәлә Роснедра һәм подрядсы 2023 йылдың 29 авгусынан дәүләт контрактын тарҡатыу тураһында ҡарар ҡабул итә. – Барлыҡ эштәр ҙә, Радий Фәрит улы, һеҙҙең башланғысты иҫәпкә алып, ведомство-ара комиссия контролендә, Ирәндек һырты районында махсус һаҡланған биләмә булдырыу тураһында алып барылды, – тине Азамат Абдрахманов. Башҡортостан Башлығы башҡарылған эш тураһында урындағы халыҡҡа хәбәр итеү бик мөһим тип билдәләне. – Был райондарҙа һәм тотош Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ошо биләмәлә ниндәй эштәр алып барылыуы борсоно. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ менән байтаҡ интенсив һөйләшеүҙәр булды, беҙҙе ишеттеләр, – тине Радий Хәбиров. – Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары башлыҡтарынан был хәлде халыҡҡа еткереүҙәрен һорайым. Республикала ятҡылыҡтарҙы әүҙем эшкәртеү алып барыла, беҙ ниндәй урындарға бөтөнләй ҡағылырға ярамағанын ҡарарға һәм аңларға тейеш. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.