Бөтә Рәсәй «Әйҙә, уйнарға» уйын фестивале сиктәрендә, башҡалар менән бер рәттән, «Альтернатива» компанияһы ла үҙенең тауарын тәҡдим итәсәк. Пластмассанан уйынсыҡтар етештергән был завод - Рәсәйҙә юғары динамикалы иң ҙур предприятиеларҙың береһе.Тауар төрлөлөгө буйынса илдә лидер булған «Альтернатива» бөгөн үҙенең һатып алыусыларына 1500-ҙән ашыу төр тауар тәҡдим итә – аш бүлмәһе өсөн, йорт, балалар, баҡса, туризм һәм башҡалар. Заманса дизайн, сағыу төҫтәр һатып алыусыларҙың күңеленә хуш килә. Республика Хөкүмәте Премьер-министры– сәнәғәт, энергетика һәм инновация министры Александр Шельдяев билдәләүенсә, компания пластмассанан халыҡ ҡулланылышындағы тауар етештереүсе компаниялар араһында топ 25 иҫәбендә. Штатында өс меңгә яҡын хеҙмәткәр булған компания йылына 20 мең тонна полимер етештерә. Йәмғеһе ассортиментта гигиена әйберҙәре, сүместәр, балалар уйынсыҡтары, логик уйынсыҡтар, балалар өсөн ҡомда уйнай торған машиналар, конструкторҙар бар. Йылына 4000000 уйынсыҡ етештереп, 75 000 000 һум табыш килтерә. Бөтә тауар тикшерелгән һәм сертификатланған. Экспортҡа Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Беларусь Республикаларына сығаралар. Тауар һатыу географияһы киң - Калининградтан Владивостокка тиклем. «Альтернатива»ның тауары « Пятерочка», «Леруа Мерлен», «Максидом» магазиндарында һатыла, шулай уҡ интернет маркетплейстарында табырға була. «Альтернатива»ның тауары менән Совет майҙанында ойошторолған күргәҙмәлә танышырға була.