Ошо көндәрҙә Төркиәнең Мерсин ҡалаһында фажиғә булған. Атай кеше үҙенең ете йәшлек улын үлтергән. Был турала “Честно говоря” тапшырыуының телеграм-каналында хәбәр итәләр. Мәғлүмәттәр буйынса, малайҙың әсәһе – Өфөнән. Ул төрөк ире менән айырылышҡан һәм күрше ҡалала йәшәп эшләгән. Суд ҡарарына ярашлы, ир кеше баланы ялдарға алған. Әгәр ҡатын улын бирмәһә, улын тартып алыуҙары ихтимал булған. Һуңғы тапҡыр улын алып киткәс, ир малайына алты тапҡыр бысаҡ менән сәнскән һәм салған. Ҡара эшенән һуң ир үҙенә ҡул һалып маташҡан, үпкәһенә бысаҡ менән сәнскән. Әйтеүҙәренсә, әле ул дауаханала. Был хәл тураһында үлтерелгән баланың инәһе Елена тапшырыу журналистарына һөйләгән. Асыҡланыуынса, төрөк хоҡуҡ һаҡсылары иргә ҡарата ниндәй ҙә булһа эшмәкәрлек алып бармай. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, уның аҡса менән проблемалары булған. Фото: "Честно говоря".