Өфөлә 14 – 17 сентябрҙә үтәсәк “Әйҙә уйнарға” фестивалендә уйынсыҡ баҙарының алдынғыларын күрһәтәсәктәр. ”Буди Баса” компанияһы Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы тарафынан системалы компаниялар исемлегенә индерелгән һәм ул - тармаҡтың ун эре компаниялары иҫәбендә. Компания етештереү майҙансыҡтарын даими замансалаштыра һәм үҫтерә. Уларҙың уйынсыҡ өлгөләрен иң яҡшыларҙан тип иҫәпләй күптәр. Был - башҡалар уны ҡабатлап эшләгән беренсе ватан етештереүсеһе, һәм компания үҙ интеллектуаль тауарын әүҙем яҡлай. Уларҙың төп геройы - күп балаларҙың һәм ололарҙың яратҡан Басик бесәйе. Шул исемдәге мультфильм да билдәлелекте шәп яулай. “Әйҙә уйнарға” фестивалендә Басик бесәйе һәм “Буди Баса” брендындағы уның дуҫтары күрһәтеләсәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте бында ала алаһығыҙ: https://айдаиграть.дети/
"Әйҙә уйнарға" фестиваленә Басик һәм уның дуҫтары килә
11 сентября 202311 сен 2023
~1 мин