Найти тему
Башҡортостан гәзите

Айраттың ни сәбәпле үлгәне асыҡланды

Уҙған аҙна башында республикала шомло хәбәр таралды. Белорет районында турист юғалған. 43 йәшлек Айрат Й. 3 сентябрҙә Белорет районында Яланғас тауына менгәндә ғәйеп була. Уны “ЛизаАлерт” эҙәрмән отряды һәм төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты эҙләй башлай. Эҙләүгә вертолет та ҡушыла. Мәғлүм булыуынса, ир Рус география йәмғиәте марафонында ҡатнашҡан, уның сиктәрендә Яланғасҡа менеү ҙә ҡаралған. Айрат тау башына йүнәлгән, әммә тәғәйенләнгән ваҡытта әйләнеп ҡайтмаған, уның менән бәйләнеш юғалған. Бер нисә көндән насар хәбәр килде: ул табылған, әммә үле килеш. Бөгөн иһә фажиғәнең яҡынса сәбәбе асыҡланған. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы үҙенең хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанағына таянып шуны хәбәр итә: ул өшөгән. Шул уҡ ваҡытта лаборатор тикшереүҙәр дауам итә. Фото: "Башинформ".